Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
24 Ноябрь 2020, 16:00

Ыңғай тенденция күҙәтелә

20 ноябрҙә район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһының, ике яҡлы пневмонияның таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы онлайн-брифинг үтте. Уны район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов алып барҙы.

20 ноябрҙә район хакимиәтендә коронавирус инфекцияһының, ике яҡлы пневмонияның таралыуын иҫкәртеү мәсьәләләренә арналған сираттағы онлайн-брифинг үтте. Уны район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы Манапов алып барҙы.

Сара район үҙәк дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Р. Айытбаевтың райондағы эпидемиологик хәлгә ҡыҫҡаса анализы менән башланды. 19 ноябргә алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, пандемия башланғандан алып коронавирус менән сирләүселәр һаны 53-кә еткән. Шуларҙың 44-е йүнәлгән, 3 кеше – стационарҙа, 5 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. 1 кеше вафат булған.

Пневмония менән 263 райондашыбыҙ сирләгән. 231 кеше шәбәйгән. 22 кеше стационар дауаланыуҙа, 3 кеше амбулатор дауалана. Ауыр хәлдәгеләр юҡ.
Киҫкен респираторлы вируслы инфекция менән сирләү осрағы 3561.

Ринат Сәғит улы яйлап сирҙәрҙең кәмей барыуын билдәләне.

Табип-инфекционист З. Исмәғилева коронавирус сиренән өйҙә дауаланыусыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү барышы, шарттары менән таныштырҙы.
Дарыу препараттары сирленең йәш үҙенсәлектәренә, хроник сирҙәренә бәйле, һәр кемгә шәхсән тәғәйенләнә, тине табип.
Дарыуҙарҙы медицина хеҙмәткәрҙәренән тыш, ирекмәндәр ҙә тарата. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ла был эшкә ҙур иғтибар бирә.

Мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ә. Вәлиева был системалағы хәлдәргә ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Әлеге ваҡытта райондағы 30 балалар баҡсаһында 1160 бала тәрбиәләнә. Әле шуларҙың 555-е баҡсаға йөрөй.

Ҡалғандары ата-әсәләрҙең ғаризалары нигеҙендә өйҙә ҡала. 34 мәктәптә 3106 бала белем алһа, бөгөнгө көндә шуларҙың 2602-һе традицион формала, 504 уҡыусы дистанцион белем ала. Әнүзә Фәрит ҡыҙы мәғариф тармағында ла сирләүселәр һанының яйлап кәмеү тенденцияһын алыуын билдәләне һәм дистанцион белем биреү алып барылған Әбделмәмбәт һәм Иҫке Собханғол мәктәптәрендәге әҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙән булған балаларға ҡоро паектар таратылыуын әйтеп үтте.

Полиция хеҙмәткәре Х. Әминев, үткән аҙнала махсус режимды боҙоу буйынса 6 протокол төҙөлдө, шуларҙың 5-әүһе граждандарға ҡарата, берәүһе кафеһы киске 12-нән таңғы 6 сәғәткә тиклем эшләп торған шәхси эшҡыуарға ҡарата, тине. Ул шулай уҡ граждандарҙың күпселегенең битлек режимын һаҡлауын билдәләне.
Ә. Миндеғолова ойошма-учреждениеларҙағы ковид инспекторҙарының эшмәкәрлеге, бурыстары хаҡында әйтеп үтте.

Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеәхмәт улы йомғаҡлау һүҙендә, махсус режим талаптарын һаҡлаусы граждандарҙың артыуы ҡыуандыра, уларға бының өсөн рәхмәт, артабан да үҙебеҙҙе һәм бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ул халыҡтың һаҡланыу сараларына иғтибарҙы арттырыуы, битлек-бирсәткәләрҙә йөрөүе сирҙең бер ни тиклем кәмеүенә булышлыҡ итә, тигән һығымта яһаны.
Хөрмәтле райондаштар! Сирҙең күпмелер кәмей төшөүе әле бөткән тигәнде аңлатмай, һаҡланыу сараларын онотмайыҡ.
Читайте нас в