13 ноябрҙә коронавирус инфекцияһы, ике яҡлы пневмония таралыуын иҫкәртеүгә һәм ошоға бәйле райондағы ағымдағы хәлгә арналған брифинг үтте. Уны район хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ғ. Хәлитов алып барҙы.
Район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин, райондағы эпидемиологик хәлгә анализ яһап, яйлап сирҙең кәмей барыуын билдәләне. Ләкин тынысланырға иртә әле – был сир тотош донъяла, илдә, республикала һаман артыу өҫтөндә.
Коронавирус тарала башлағандан алып районда 48 кешелә был сир раҫланған. 41 кеше һауыҡҡан, 4 кеше стационар, 2 кеше амбулатор дауаланыу үтә. Стационар дауаланыусыларҙың 2-әүһе Өфөлә, 1 кеше – Белоретта, 1 кеше үҙебеҙҙә дауа ала.
246 райондашыбыҙ ике яҡлы пневмония сиренә дусар булған. Шуларҙың 209-ы һауыҡҡан. 27 кеше стационарҙа.
Киҫкен респираторлы инфекция менән сирләүҙең 3465 осрағы теркәлгән.
Район үҙәк дауаханаһының табип-инфекционисы З. Исмәғилева өйҙә дауаланыусы ковид менән сирлеләргә бушлай дарыуҙар бирелә башлаясағы хаҡында белдерҙе. Дарыуҙарҙың составы министрлыҡ тарафынан раҫланған: вирусҡа, ялҡынһыныуға, бактерияларға ҡаршы, шулай уҡ ҡанды шыйығайтыуға булышлыҡ итеүсе препараттар индерелгән.
-Был дарыуҙарҙы сирлеләргә алдан хәбәр итеп тормайынса алып барасаҡтар, сөнки улар өйҙә изоляцияла булырға тейештәр.
Әлеге ваҡытта райондағы провизор госпиталендә 24 сирле ике яҡлы пневмониянан дауалана. Ауыр хәлдәгеләр юҡ, барыһының да хәлдәре тотороҡло, - тине Зилә Зәки ҡыҙы.
Район мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Ә. Вәлиева мәктәптәрҙә икенсе сиректең ниндәйерәк шарттарҙа башланыуы, белем биреү ҡайһы мәктәптәрҙә нисек алып барылыуы хаҡында бәйән итте.
-Көн һайын иртәнсәк мониторинг йыябыҙ. 13 ноябргә район буйынса 46 бала ауырыу сәбәпле уҡырға бара алмаған. Сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырыусылар юҡ. Был ҙур күрһәткес түгел, - тине Әнүзә Фәрит ҡыҙы.
Район буйынса эске эштәр бүлексәһе хеҙмәткәре Х. Әминев 6 ноябрҙән рейдтарға сыға башлауҙары хаҡында әйтеп, нигеҙҙә, халыҡтың талаптарҙы үтәргә тырышыуы күҙәтелә, тип билдәләне. Комиссия тарафынан 5 протокол төҙөлгән.
“Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы етәксеһе Н. Ишниязова ирекмәндәрҙең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, 65 йәштән өлкәндәргә һәм мохтаж ғаиләләргә ярҙам ойошторолоуы, бушлай битлектәр таратыу буйынса “Үҙеңде һаҡла” тигән акция үткәрелеүе хаҡында әйтеп үтте. Шулай уҡ ирекмәндәр аҡса йыйып, үҙәк дауаханаға дарыу менән ярҙам иткәндәр, автоирекмәндәр сирлеләргә бушлай дарыуҙар таратасаҡ.
Халыҡтан килгән һорауға яуап биреп, Илмир Фәнил улы, сирҙәргә бәйле статистиканың теүәл алып барылыуын һәм дарыуханаларҙа кәрәкле дарыу препараттарының булыуын билдәләне.
-Илдә, республикала коронавирустың артыуы күҙәтелә. Беҙҙә, мәлендә күрелгән сараларға бәйле, бер ни тиклем тотороҡлоҡ барлыҡҡа килде. Халыҡ яйлап хәүефтең реаль икәнен аңлай башланы. Киләсәктә лә кеше күпләп йыйылған урындарға, мәжлестәргә йөрөмәй тороу шарт. Битлек, үҙеңде һаҡлау сараларын ҡулланып, ошо сирҙе еңеп сыҡһаҡ, киләсәктә бергәләп байрам итергә лә форсаттар күп булыр. Әлегә һаҡланыу сараларын теүәл үтәү мөһим, - тине йомғаҡлау һүҙендә Ғайса Әхәт улы.
Эйе, бөгөнгө көндә алғы һыҙыҡта көрәшкән медицина хеҙмәткәрҙәренә беҙ тап шул белгестәр әйткән талаптарҙы теүәл үтәп кенә ярҙам итә алабыҙ. Шулайтып булһа ла ярҙам итеп, мәкерле сирҙең сигенеүенә үҙебеҙҙең өлөштө индерәйек, райондаштар.