Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
14 Ноябрь 2020, 14:00

Сәләмәт булығыҙ, ҡатын-ҡыҙҙар!

Инәлек юлы яман шеше таралыу йәһәтенән онкологияла иң тәүге урындарҙың береһен биләй. Статистика буйынса, барлыҡ онкологик сирҙәр араһында был типтағы шештәр 5-се урында һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың онкологик сирҙәре араһында түш яман шешенән ҡала икенсе урында килә.

Инәлек юлы яман шеше таралыу йәһәтенән онкологияла иң тәүге урындарҙың береһен биләй. Статистика буйынса, барлыҡ онкологик сирҙәр араһында был типтағы шештәр 5-се урында һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың онкологик сирҙәре араһында түш яман шешенән ҡала икенсе урында килә.
Онкологик процесс башланғанға ни тиклем оҙағыраҡ ваҡыт үтә, сир шул тиклем дауалауға ла ауырыраҡ бирешә. Сирҙең һуңғы стадияһында, практик алғанда, пациентҡа ярҙам итеү мөмкин дә түгел. Был ауырыу йәшкә бәйле тип һанала: төп хәүеф төркөмө – 35 йәштән 50 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар. 65 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар өлөшөнә ни бары 20 процент ҡына осраҡ, 20 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәш арауығына 5-6 процент тура килә.

Яман шеш иртә срогында асыҡланғанда унан дауаланыу кимәле 100 процент тәшкил итә. Сирҙе асыҡлау статистикаһы нығыраҡ хәүефләндерә. Үҙ сәләмәтлегеңә иғтибарһыҙ булыу һәм профилактик тикшереү үтеү маҡсатында гинекологҡа һирәк йөрөү сирҙең аҙыуына килтерә һәм инәлек юлы яман шешенең шашып киткән кимәле 40 осраҡта тәүге тапҡыр асыҡлана. Был гинекологҡа тикшерелеүгә даими йөрөп тороуҙың мөһимлеген тағы бер тапҡыр раҫлай.

Сирҙең үҫеү сәбәптәре, механизмы һәм хәүеф факторҙары
Яман шештең был төрө яҡшы ғына өйрәнелгән булыуға ҡарамаҫтан, уның килеп сығыу сәбәптәре тураһында ошоға тиклем берҙәм генә фекер юҡ.
Тикшеренеүҙәр, практик алғанда, һәр ҡатын-ҡыҙҙа ВПЧ (вирус папилломы человека – кеше папилломаһы вирусы) табылыуын күрһәтә. Был факт папилломовирустарҙы яман шеш менән бәйләргә мөмкинлек бирә.

Папилломовирус инфекцияһы эпителия күҙәнәктәренә кире тәьҫир яһай. Инәлек юлы ғүмер дауамында даими рәүештә үҙгәреш кисереүен һәм уның айырым трансформация юлы (ике төр эпилетиаль күҙәнәктәрҙең киҫешкән урыны) булыуын иҫәпкә алғанда, был зонаның инфекциялар өсөн бик нескә урын булыуы көн кеүек асыҡ. Папилломовирус эпителийҙың структураһына йоғонто яһай ала, шуның һөҙөмтәһендә яман шеш барлыҡҡа килә.

Шул уҡ ваҡытта яман шештең үҫеү хәүефен арттырыусы башҡа сәбәптәр ҙә бар. Уларға түбәндәгеләр инә:
-иртә һәм тәртипһеҙ енси бәйләнештәр;
-эрозив процестар;
-енси юл менән тапшырылыусы йоғошло ауырыуҙар (бигерәк тә кеше папилломаһы вирусы ла өҫтәлһә);
-күп һанлы йөклөлөктәр (бала тыуҙырыу менән йәки аборттар менән тамамланыусы);
-ораль контрацептивтарҙы оҙаҡ ваҡыт һәм контролһеҙ ҡулланыу;
-түбәнәйгән иммунитет (мәҫәлән, ВИЧ булғанда);
-насар ғәҙәттәр (бигерәк тә тәмәке тартыу);
-нәҫелдән был сиргә бирешеүсәнлек.

Инәлек юлы яман шеше билдәләре
Инәлек юлы яман шешенең билдәләре сирҙең үҫеш кимәленә туранан-тура бәйле. Башҡа теләһә ҡайһы онкология һымаҡ уҡ, сир тәүге стадияларында үҙ үҙенсәлектәренә эйә.
Тәүге хәүеф түбәндәгеләрҙән ғибарәт:
-яман шеш билдәләре онкологик процесс инде әүҙем үҫешә һәм органға яҡындағы, аҙаҡ инде алыҫтағы туҡымаларҙы ла зарарлай башлағас ҡына асыҡлана;
-башланған осоронда сирҙең үҫеше ниндәйҙер айырым билдәләрһеҙ, һәлкәүерәк. Был ҡатын-ҡыҙҙарҙың гинекологҡа профилактик тикшерелеүгә барыуын кисектерә лә инде.

Ниндәй билдәләр һиҫкәндерергә тейеш һуң?
Беренсе сиратта, менструаль циклдың ҡәҙимге барышы боҙолоуы, айлыҡтарға бәйле булмаған бүлендектәр һәм ҡан ағыуҙар күренеүе, ауыртыныуҙар (енси бәйләнеш ваҡытында контактлы һәм үҙаллы ауыртыныуҙар).

Бөтә был билдәләр барыһы бергә йәки айырым-айырым төрлө гинекологик проблемалар хаҡында хәбәр итеүе ихтимал. Хатта онкология менән бәйле булмағандары тураһында ла булыуы мөмкин.
Бары тик белгескә барыу һәм тикшерелеү үтеү генә ниндәй сир тураһында һүҙ барыуын билдәләргә һәм дөрөҫ диагноз ҡуйырға мөмкинлек бирә. Сирҙе иртә диагностикалау өсөн пациентҡа айырым билдәләрҙе тоймаған мәлдә үк профилактик күҙәтеү үтеү мөһим.

Иртә стадияларҙа
Инәлек юлы яман шеше иртә стадияһында бөтөнләй һиҙелмәҫкә мөмкин. Бары тик гинекологтың ҡарауы һәм профилактик маҡсатта эшләнгән стандарт анализдар ғына сирҙе асыҡларға ярҙам итә.

Ҡатын-ҡыҙҙар тойған тәүге билдәләр онкологик процестың әүҙемләшеүен, уның башланғыс стадиянан ауырыраҡ формаға күсеүен иҫкәртә. Улар күренгәс тә кисекмәҫтән гинекологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә сәбәптәр түбәндәгеләр булыуы мөмкин:
-бүлендектәр: улар алһыуыраҡ йәки көрәнһыу төҫтә, ҡан ҡатнашлығында, киҫкен серегән еҫ менән. Менструация булмаған ваҡыттағы теләһә ниндәй бүлендектәр йәки уның циклын оҙонайтыусы бүлендектәр һиҫкәндерергә тейеш. Менопаузанан һуң күренгән ҡан да патологик процестар тураһында иҫкәртә;
-билдә булараҡ, ауыртыныуҙар яңы барлыҡҡа килгән шештең үҫеүенә бәйле йәки ялҡынһыныу процестары менән бәйле булыуы мөмкин. Кольпит менән церцивит та, был шеш менән йәнәш барыусы сирҙәр булараҡ, инәлек яман шеше менән бер мәлдә үҫешеүҙәре ихтимал;
-циклдың теләһә ҡайһы үҙгәреше: ваҡыты оҙайыуы йәки ҡыҫҡарыуы, циклдан тыш ҡан килеүе йәки климакс ваҡытында ҡан килеүе, айлыҡтар ваҡытында ауыртыныу тойғоһо барлыҡҡа килеүе патологик процесс үҫеше тураһында аңғартыуы мөмкин.

Ниндәй генә үҙгәрештәр булһа ла, белгес консультацияһы талап ителә. Был хәүефле билдәләргә иғтибар итмәй ҡалдырырға йәки үҙаллы дауаланырға маташырға ярамай.
Сирҙең һуңғыраҡ
этаптарында
Артабанғы үҫеш этаптарында инәлек юлы яман шеше билдәләре үҙҙәрен нығыраҡ һиҙҙертә башлайҙар. Сирҙең прогрессивлашыуын аңларға түбәндәгеләр ярҙам итә:
-һыулы бүлендектәр (эргәләге лимфа төйөндәре емерелеү арҡаһында барлыҡҡа килә);
-эстең аҫҡы яғында, тура эсәк тирәһендә һәм умыртҡала ауыртыныуҙар;
-аяҡ-ҡулдарҙың шешенеүе (метастазалар барлыҡҡа килеү арҡаһында тамырҙар блокировкалана);
-бәүел сығарыу менән проблемалар;
-лимфатик төйөндәрҙең ҙурайыуы.

Сирҙең үҫеш тиҙлеге нисек?
Онкологик процестың ниндәй тиҙлектә үҫешеүе тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Клиник күҙәтеүҙәр түбәндәге һығымталарҙы яһарға мөмкинлек бирә:
-сир алды осоронан онкологияға күсеү 2 йылдан 10 йылға тиклем булырға мөмкин;
-беренсе кимәлдән артабанғыларына эҙмә-эҙлекле күсеү процесы 2 йыл тирәһе бара;
-артабан, һуңғы стадия еткәндә, процесс бик тиҙгә әйләнеүе йәки паллиатив терапия ярҙамында яйлауы ихтимал. Был осраҡта сирҙән һауығыу кимәле түбән. Һуңғы стадияһында диагностика яһалғандан һуң алдағы 5 йылда вафат булыу хәүефе 90 процент тәшкил итә.

Диагностика
Диагностикалауҙың заманса ысулдары яман шеште хатта патологик процестың башланған ғына мәлендә асыҡларға мөмкинлек бирә.
Визуаль ҡарау. Эндометрияның һәр үҙгәрешен гинеколог ҡарағанда уҡ асыҡлай ала. Көҙгөләр ярҙамында визуаль ҡарау һәм анамнездар йыйыу һөҙөмтәһе докторға онкологияны хатта нуль стадияһында асыҡларға мөмкинлек биргән бер нисә анализ тәғәйенләүгә нигеҙ булып тора:
-инәлек юлынан атипик күҙәнәктәргә мазок алыу. Был процедураны, ҡарағанда күренеп торған патологик үҙгәрештәр булыу-булмауға ҡарамаҫтан, 21 йәштән алып 70 йәшкә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйенләргә була;
-вируслы, инфекциялы һәм венерологик сирҙәрҙе асыҡлауға ярҙам иткән мотлаҡ анализдар үткәрелә.

Кольпоскопия. Инәлек юлын вагиналь микроскоп менән ҡарау.
Цитология һәм гистология. Яман шешкә шик булғанда артабан тикшереү өсөн материал алына. Мазоктар, ҡырынты (соскобтар) һәм биопсия күҙәнәк кимәлендә үҙгәрештәрҙе асыҡларға ярҙам итә һәм дөрөҫ диагноз ҡуйырға мөмкинлек бирә.

УЗИ. Ультратауыш тикшереүе һөҙөмтәһендә инәлек юлындағы яман шеште күрергә мөмкинме? Әгәр сирҙең башланғыс түгел, ә һуңғыраҡ стадиялары тураһында һүҙ барғанда - эйе.

МРТ һәм КТ.
Был ике ысул да (магнит-резонанс томографияһы һәм компьютер томографияһы) клиник картинаны буйтым теүәл ҡарарға мөмкинлек бирә. Улар инәлек юлы патологияһын ғына түгел, лимфатик төйөндәрҙәге патологик үҙгәрештәрҙе лә билдәләй. Был онкологик процестың таралыу кимәлен һәм күләмен билдәләү өсөн бик мөһим.
Заманса һәм киң таралған диагностика ысулы – шыйыҡсалы цитология. Ҡәҙимге цитологияла материал быялаға һылана. Ә шыйыҡсалы цитологияла материал махсус щетка ярҙамында алына һәм шыйыҡса һалынған махсус контейнерға батырыла.

Шыйыҡсалы цитологияның өҫтөнлөктәре:
-инәлек юлынан алынған барлыҡ күҙәнәктәрҙең 100 проценты менән һаҡланыуы һәм лабораторияға барып етеүе;
-табип-лаборант мазокты ҡандан, лайланан таҙартыу һәм сифатлы материал алыу мөмкинлегенә эйә.

Анализдарҙы республика Перинаталь үҙәгенең квалификациялы табип-лаборанттары эшләй.
2019 йылда беҙҙең районда инәлек юлынан шыйыҡсалы цитология өсөн 630 мазок алынды.
Ике инәлек юлы яман шеше “ин ситу” (32 һәм 44 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙа) һәм 12 яман шеш алды сирҙәре асыҡланды.
“Ин ситу” яман шеше – ул нуленсе кимәл яман шеше, инәлек юлы яман шешенең башланғыс кимәле. Ул мәлдә гистологик үҙгәреш кисергән күҙәнәктәр йыйылмаһы эргәләге туҡымаға күсеп үҫешмәгән була.
Был стадияла 100 процент менән һауығырға мөмкин.

Быйылғы йылда беҙгә инәлек юлынан шыйыҡсалы цитология алыу өсөн 350 виал бүленде. Түбәндәге йылдарҙа тыуған ҡатын-ҡыҙҙарға мониторинг үтергә кәңәш ителә: 1960, 1963, 1966, 1969, 1972, 1975, 1978, 1981, 1984, 1987, 1990.
Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар! Анализ биреү өсөн 2020 йылдың 15 декабренә тиклем йәшәү урынығыҙ буйынса фельдшерҙарға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Читайте нас: