Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
25 Октябрь 2020, 12:00

Сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ, йәшәүҙе һайлағыҙ!

Рәсәйҙә йыл һайын яҡынса 90 мең кеше наркомандар сафын тулыландыра. Шуның 70 проценты балалар һәм үҫмерҙәр.Наркомания – социаль мәсьәлә. Ул йәмғиәттә өлгө алырлыҡ ҡиммәттәр, бәғзе бер кешеләрҙә ныҡлы мораль принциптар, кешеләр араһында гармониялы һәм сәләмәт мөнәсәбәт булмауын күрһәтә.

Рәсәйҙә йыл һайын яҡынса 90 мең кеше наркомандар сафын тулыландыра. Шуның 70 проценты балалар һәм үҫмерҙәр.
Наркомания – социаль мәсьәлә. Ул йәмғиәттә өлгө алырлыҡ ҡиммәттәр, бәғзе бер кешеләрҙә ныҡлы мораль принциптар, кешеләр араһында гармониялы һәм сәләмәт мөнәсәбәт булмауын күрһәтә.
Наркоманияны иҫкәртеү буйынса саралар бик кәрәк. Сөнки наркомания наркоманға ғына түгел, уның яҡындарына ла, йәмғиәткә лә ҙур зыян килтерә. Наркотиктар кешенең мейеһен, психикаһын яйлап емерә торған ағыу. Мейе эшмәкәрлеге боҙолоу һәм нервы системаһы эшлектән сығыу иҫәбенә кешенең эске органдары сафтан сыға башлай. Кокаинды һәм ҡайһы бер башҡа наркотиктарҙы ҡулланыусы кешеләр 4 йылдан да артыҡ йәшәй алмай – уларҙың күбеһе йыш ҡына йөрәк сиренән вафат булалар. Морфин ҡулланыусылар 2-3 айҙан аҡыл эшмәкәрлегенә һәләтлектәрен юғалталар.
Барлыҡ наркомандар ҙа сәләмәтлектәренә бәйле етди проблемалар кисерә. Сөнки уларҙың иммунитеттары түбәнәйә. Шуға ла улар оҙаҡ йәшәй алмайҙар. Ҡайһы берәүҙәре наркотиктарға бәйлелектәре барлыҡҡа килгән тәүге йылда уҡ үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуға дусар булалар. Наркомандар тыйылған кәртәләрҙе еңел генә үтәләр һәм йыш ҡына енәйәтсегә әйләнәләр. Сирленең шәхесе емерелә, тәне һулыуға табан бара. Һөҙөмтәлә, ул ҙур тиҙлектә үлеменә ҡарай юл ала.
Наркомандың бөтә уйлағаны нисек тә наркотик матдәләр табыуға һәм уны ҡуллана һалыуға көйләнә, шуға уның кешеләр менән аралашыу даирәһе лә кәмей. Нигеҙҙә, антисоциаль тормош алып барған кешеләр менән генә аралаша башлай. Наркоман яйлап барыһын да юғалта: эш урынын, дуҫтарын, ғаиләһен, яҡындарын... Йәмғиәт өсөн бөтөнләй файҙаһыҙ кешегә әйләнә. Шуға күрә лә йәмғиәт наркоманияның үҫешен кәметергә һәм наркобәйлелектә булған кешеләрҙе кире тулы ҡеүәтле тормошҡа ҡайтарырға тырыша.
Наркомандарҙы түбәндәге билдәләр буйынса айырырға мөмкин:
-йоҡоһоҙлоҡтан йөҙҙәре ағарған;
-ҡатып ҡалған, мимикалар булмаған йөҙ;
-йыш иҫнәй, сөскөрә;
-даими рәүештә мыршылдап йөрөүсән;
-ҡулдары ҡалтырай, ҡан тамырҙары ялҡынһынып тора, тишкеләнеп бөткән;
-күҙ алмалары йә ныҡ ҙурайған, йәки бәләкәсәйгән.
СПАЙС
Спайс – тәмәке итеп тартыу өсөн тәғәйенләнгән үлән ҡатнашма төрө. Уның составына синтетик матдәләр, энтеогендар (составтарында психотроп матдәләр булған үҫемлектәр) һәм ҡәҙимге үләндәр инә.
Спайс тартыу һөҙөмтәһендә иҫереү билдәләре:
-йүткереү;
-ауыҙ кибеүе (даими рәүештә шыйыҡлыҡ ҡабул итеү талап ителә);
-күҙҙәрҙең ағы ҡыҙарып тороуы;
-хәрәкәт координацияһы боҙолоуы;
-телмәр дефекты (тотлоғоп һөйләшеү, аңлайышһыҙ һөйләү);
-фекерләүҙең яйлауы;
-йөҙҙөң ағарып тороуы;
-пульс йышайыуы;
-кәйеф күтәренкелеге, эйфория;
-көлөү өйәнәктәре;
-үҙен сәйер тотоуы.
Спайсты бер нисә көн дауамында һәм оҙағыраҡ ҡулланғандан һуң күҙәтелә:
-дөйөм физик хәл-тороштоң насарайыуы;
-иғтибар туплай алмау;
-апатия (айырыуса эшкә һәм уҡыуға ҡарата);
-йоҡо боҙолоуы;
-кәйефтең йыш үҙгәреүсәнлеге.
Спайс тартыу һөҙөмтәләре
Спайс – юғары токсик һәм көслө тәьҫир итеүсе наркотик, уға психик бәйлелек барлыҡҡа килә. Спайсҡа физик бәйлелек булғанда «ломкалар» күҙәтелеүе лә ихтимал.
Спайс барлыҡ органдарға һәм системаларға ла кире тәьҫир яһай. Уны ҡулланғанда барлыҡҡа килә торған ҡайһы бер етди эҙемтәләр:
-йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге боҙола;
-бауыр эшмәкәрлеге боҙола;
-баш мейеһе күҙәнәктәре эштән сыға;
-фекерләү һәм нервы системаһының башҡа функциялары боҙола.
Спайс тартыуҙың физик бәйлелек рәүешендәге эҙемтәһе был тәмәке итеп тартыу ҡатнашмаһын наркотик сифатында ҡарарға мөмкинлек бирә. Был насар бәйлелектән ҡотолоу юлы бик оҙон һәм ауыр мәсьәлә булыуы ихтимал. Үҫмерҙәрҙә бәйлелек өлкән кешеләрҙекенә ҡарағанда тиҙерәк барлыҡҡа килә.
Уны ҡулланғанда психик бәйлелек барлыҡҡа килгәнен аңғартыусы төп билдә – кешелә элек күҙәтелмәгән тиҙ ҡыҙып барыусанлыҡ, нервы ҡуҙғыуы, йыш депрессиялар барлыҡҡа килә. Бәйлелек барлыҡҡа килгәнен оҙаҡ йоҡламағандан һуң була торғандағы һымаҡ күҙҙәрҙең ҡыҙарып тороуы белдерә. Физик бәйлелек барлыҡҡа килгәндә фекерләү һәм интеллект юғала.
Уны ҡабул итеү араһындағы оҙаҡ тәнәфестәр ауыр эҙемтәләргә килтергән «ломкалар» менән характерлана: ныҡ ҡоҫҡо килеү, ҡоҫоу, йоҡоһоҙлоҡ, аппетит юғалыуы.
Кеше «йәшелсә»гә әйләнә. Үҫемлек препараттары менән сағыштырғанда, тәмәке итеп тартыу микстарының кеше организмына тәьҫире 5-10 тапҡырға көслөрәк. Уларҙы ҡулланыу менән бик көслө галлюцинациялар барлыҡҡа килә һәм улар трагик эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Мәҫәлән, автомобиль тәгәрмәсе аҫтына ташланыу йәки тәҙрәнән һикереү теләге барлыҡҡа килә. Инде был ҡылыҡтарҙың үлем менән тамамланған тиҫтәләп осрағы билдәләнгән.
Бәлә шунда - тәмәке итеп тартыу микстары ауырыраҡ наркотиктарға күсеүҙә тәүге аҙым булып тора.
Наркобәйлелекте иҫкәртеү:
-баланы йәмғиәт гигиенаһына һәм үҙенең сәләмәтлегенә яуаплы мөнәсәбәткә өйрәтергә кәрәк;
-баланы мили мәҙәниәткә һәм телгә һаҡсыл ҡарарға өйрәтергә;
-баланың һәләттәрен һәм талантын асыу өсөн уның ҡыҙыҡһыныуҙарын һәм ылығыуҙарын анализларға;
-бер-берегеҙҙе ишетә һәм тыңлай белергә өйрәнергә.
Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең буш ваҡыттарын дөрөҫ ойоштороу айырым мәсьәлә. Дискотекаларҙа, модалы төнгө клубтарҙа, кафеларҙа аралашҡанда яҡшы тәрбиә алған балаларҙың да насар йоғонтоға бирелеп китеүе ихтимал. Интернетта, күп һанлы форумдарҙа һәм чаттарҙа балалар наркотиктар, уларҙы әҙерләү ысулдары тураһында төрлө мәғлүмәттәр алыуҙары ихтимал.
Шуға күрә наркотиктарҙың кешене юҡҡа сығара торған ағыу булыуы тураһында мәғлүмәтте үҙ ваҡытында биреү мөһим.
Үҙегеҙҙең балаларығыҙҙың ышанысын һәм һөйөүен юғалтмағыҙ, уларҙың фекерҙәренә һәм ҡараштарына ихтирам менән ҡарағыҙ. Шул ваҡытта һеҙҙең балағыҙ үҙенең проблемалары менән һеҙгә мөрәжәғәт итә башлаясаҡ, ә ситтән ҡайҙандыр ярҙам, аңлау эҙләмәйәсәк. Ә унда уны составында наркоматдәләр булған препараттар һатыусылар көтөп кенә тора.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ!
Тиҙ генә ташлап була торған наркотиктар юҡ!
Кешенең сәләмәтлегенә һәм психикаһына хәүефһеҙ наркотиктар булмай!
Кешенең шәхесен үҙгәртмәгән һәм үлемгә алып бармаған наркотиктар юҡ!
Үҙегеҙҙе һәм үҙегеҙҙең сәләмәтлегегеҙҙе һаҡлағыҙ, тормошто һайлағыҙ!
Читайте нас: