Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
23 Октябрь 2020, 13:00

Сир сигенергә уйламай әле

Киҙеүҙе, вируслы инфекцияларҙы һәм коронавирусты дауалау тураһында күп яҙылды.

Киҙеүҙе, вируслы инфекцияларҙы һәм коронавирусты дауалау тураһында күп яҙылды.
Үҙҡурсаланыу режимы индерелгәндән алып ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, кеше һаулығы һағына баҫыусыларҙың береһе - район дауаханаһының табип-инфекционисы Зилә Исмәғилева. Хәҙер дауаханала халыҡты өс инфекционист ҡабул итә: Зилә Зәки ҡыҙы Исмәғилеванан тыш, Илнур Таһир улы Иманғолов, Тайфур Мөбәрәк улы Әйүпов.
Инфекционист булып эшләүсе участка терапевты И. Иманғолов:
- Район халҡы араһында, бигерәк тә ауылдарҙа, өйҙә ятып ауырыусылар бар. Һалыу, тип уйлап өйҙә үҙҙәрен-үҙҙәре дауалайҙар. Ҡайһы берҙәре дауаханаға мөрәжәғәт иткәндәрендә инде сирҙең аҙып киткәнлеге асыҡлана. Шуға күрә сирләй башлағандар фельдшерҙарға булһа ла мөрәжәғәт итһендәр, сирҙәрен йәшермәһендәр ине.
Ҡабул итеүгә һуңғы көндәрҙә көнөнә 40-50 кеше килә. Көнөнә 100-гә яҡын сирле мөрәжәғәт иткән мәлдәр ҙә булды.
Гәзиттә яҙылһа ла, телевидение аша күпме әйтһәләр ҙә, бәғзе берәүҙәр коронавирус инфекцияһының барлығына ышанып етмәй. Үҙҙәре өсөн генә түгел, эргә-тирәләгеләр өсөн дә яуаплылыҡ тойһондар ине. Ярҙамдан баш тартмаһындар, табипҡа мөрәжәғәт итһендәр, - тигән теләктәрен еткерҙе табип.
Әлеге ваҡытта провизор госпиталдә дауахананан тыш вируслы пневмония сире менән 29 кеше дауалана. Алғы һыҙыҡтағы яуаплы табиптар Нәркәс Фәнир ҡыҙы Бирҙекәева, Гөлназ Тәлғәт ҡыҙы Нәзироваларҙың, мәкерле сир менән көрәшеүсе барлыҡ шәфҡәт туташтарының, санитарҙарҙың ҡатмарлы хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Урта медперсонал госпиталдә вахта ысулы менән тәүлек әйләнәһенә эшләй.
-Сирҙең билдәләре һиҙелеү менән мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итеү кәрәк, эшкә бармағыҙ, балаларығыҙҙы мәктәпкә, балалар баҡсаһына илтмәгеҙ. Интернетта “йөрөгән” рецепт, дарыуҙарҙы ҡулланырға ашыҡмағыҙ. Ундай дауалауҙарҙы һәр кешенең организмы төрлөсә ҡабул итә. Дауалауҙы тик табип ҡына тәғәйенләргә хоҡуҡлы. Әгәр ҙә ниндәйҙер дарыу һеҙҙең күршегеҙгә ярҙам итте икән, ул һеҙгә лә ярҙам итә тигәнде аңлатмай, - ти табип-инфекционист З. Исмәғилева (фотола).
Табип әйтеүенсә, сирҙең төп билдәләре: температураның күтәрелеүе, ҡоро йүткереү, хәлһеҙләнеү, тын ҡыҫылыу, тәм һәм еҫ һиҙеү һәләтен юғалтыу, тән һыҙлауы, баш ауыртыуы, күкрәк ситлегенең ҡыҫылыуы, диарея.
- Организмды, иммуни-тетты нығытыу өсөн витаминдар ҡабул итергә мөмкин. Үҙ аллы антибиотиктар ҡабул итергә, күпләп дарыуҙар һатып алырға кәрәкмәй (антибиотиктар вируслы пневмония ваҡытында ярҙам итмәй).
Бер иҫкәрмә бар: оло йәштәгеләр дауаханаға һуң мөрәжәғәт итәләр. Йәштәр, нигеҙҙә, эшкә йөрөй, сирләһәләр, уларҙан ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын талап итәләр, шуға күрә улар ваҡытында киләләр.
Хәҙерге мәлдә максималь рәүештә ҡурсаланыу кәрәк. Мәжлестәргә йөрөмәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ҡунаҡ саҡырмағыҙ, - тигән үтенесен еткерҙе табип.
Ғөмүмән, кафе-ресторандарҙа, ашхана-ларҙа корпоративтар һәм башҡа күп кеше ҡатнашлығындағы саралар уҙғарыу тыйылды. Был хаҡта Р. Хәбиров 19 октябрҙән индерелгән юғары әҙерлек режимын индереү тураһындағы указда белдерҙе.

Белорет дауаханаһында урындар етмәй, шуға күрә, медицина күрһәткестәре буйынса, сирлеләрҙең күбеһен кире районға ҡайтаралар. Көн һайын Белоретҡа компьютер томографияһы (КТ) үтеү өсөн 4 кеше ебәрелә.
65 йәштән өлкәндәр, хроник сирҙәр менән яфаланғандар сирҙе ауыр үткәрә. Шуға күрә Башҡортостанда шәкәр диабеты һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланғандар өсөн махсус режим индерелде. Һәр ойошмала үҙ медицина инспекторы тәғәйенләнде. Ул эш башланыр алдынан бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең хәлен тикшерергә, шулай уҡ кешеләрҙең күпләп йыйылыуына юл ҡуймаҫҡа тейеш.
Сирле дауаланып сыҡҡандан һуң, уға 14 көн дауамында реабилитация талап ителә. Хәленә ҡарап, хеҙмәткәр эшкә сыға ала.
Күпме яҙһаҡ та, тағы ла ҡабатларға мәжбүрбеҙ: мотлаҡ битлектәр кейергә, ҡулдарҙы даими рәүештә һабынлап йыуырға, шулай уҡ гаджеттарҙы дезинфекциялап торорға кәрәк, сөнки вирус уларҙа бик оҙаҡ һаҡлана.
Тәмәке тартҡан кешеләр ауырымай, тигән миф таралған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, хәүеф төркөмөндә улар ҙа бар, сөнки тәмәкесенең үпкәһе былай ҙа зарарланған.
Табиптарыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ теләйек. Сөнки тап улар был аяуһыҙ сир менән алғы һыҙыҡта көрәшә. Уларҙың әйткән кәңәштәрен теүәл үтәйек, райондаштар!
Читайте нас: