Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Октябрь 2020, 12:10

КӨРӘШ ЗАЛЫ АСЫЛДЫ

Байназар мәктәбендә “Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә” тигән республика программаһы сиктәрендә өр-яңынан йыһазландырылған спорт залы асылды.

Байназар мәктәбендә “Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә” тигән республика программаһы сиктәрендә өр-яңынан йыһазландырылған спорт залы асылды.
Унда балаларға физкультура дәрестәрендә һәм дәрестән тыш ваҡытта көрәш менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
Бындай залдар республиканың 46 мәктәбе базаһында асылды. Проект 2019 йылда Рәсәй спорт көрәше Федерацияһы хуплауы менән ғәмәлгә ашырыла башлағайны.
Был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 27,6 миллион һум күләмендә өҫтәмә финанс бүленгән. 2024 йыл аҙағына проект индерелгән мәктәптәр һанын 200-гә еткереү күҙаллана.
Спорт – ул сәләмәтлек нигеҙе. Был залдан физик йәһәттән генә түгел, рухи яҡтан да көслө булырға теләгән уҡыусылар өҙөлмәҫ, тип ышанғы килә.
Читайте нас: