Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
16 Октябрь 2020, 12:00

ҺАҠЛАНЫУ САРАЛАРЫ ҠУЛЛАНЫУ МОТЛАҠ

Муниципаль район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов ағымдағы йылдың 23 сентябрендә ҡабул ителгән “Яңы коронавируслы инфекция (COVID-2019) таралыу ҡурҡынысы менән бәйле Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы муниципаль районы биләмәһендә “Юғары әҙерлек” режимын иғлан итеү тураһында”ғы Бөрйән районы муниципаль районы хакимиәте ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Тәғәйен алғанда, райондағы предприятие, ойошма һәм учреждениелар хеҙмәткәрҙәренә эш кабинеттарынан ситтә мотлаҡ рәүештә шәхси һаҡланыу средстволары (битлектәр) ҡулланырға, бөтә ерҙә лә 1,5 метрлыҡ дистанцияны һаҡларға, килгән кешеләрҙе бары тик уларҙың битлектәре булғанда ғына ҡабул итергә, Рәсәй Федерацияһынан ситкә һәм Рәсәй Федерацияһының коронавирус инфекцияһы йәһәтенән имен булмаған субъекттарына (был турала мәғлүмәт интернетта бар) сығыуҙан тыйылып торорға кәрәклеге билдәләнә.
Етәкселәргә кәңәшмәләрҙе һәм эш буйынса башҡа осрашыуҙарҙы видеоконференциялар форматында үткәрергә, хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшөн дистанцион эшләүгә күсерергә, йоғошло сир билдәләре булған хеҙмәткәрҙәрҙе асыҡлау һәм уларҙы эшкә йәлеп итмәүгә йүнәлтелгән сараларҙы бойомға ашырырға кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алына.
Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәр менән шәхси һәм йәмәғәт гигиенаһын һаҡлау, сир билдәләре булғанда кисекмәҫтән медицина хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеү, респираторлы сир билдәләре булғанда өйҙә үҙҡурсалау режимын һаҡлау кәрәклеге хаҡында инструктаж үткәреү кәрәклеге әйтелә.
Читайте нас: