Санитар-эпидемиологик хәлгә бәйле оператив штабтың сираттағы ултырышы үтте.
Районда санитар-эпидемиологик хәл ғәҙәттән тыш режимында ҡала. Сентябрь айында ике яҡлы пневмония һәм коронавирус менән сирләү осраҡтары 22 булһа, октябрҙә әле (9 октябргә тиклем) 6 осраҡ теркәлгән. Район үҙәк дауаханаһында коронавирус һәм пневмония менән сирләүселәр өсөн госпиталь эшләй. Әлеге мәлдә стационар дауаланыуҙа 19 кеше ята. Шуларҙың 7-һе ошо көндәрҙә өйҙәренә ҡайтасаҡ.
13 октябрҙән барлыҡ мәктәптәр, балалар баҡсалары ҡәҙимге режимда эшләй башлаясаҡ. Ләкин һаҡланыу сараларына иғтибарҙы кәметергә ярамай. Һәр баланың температураһын үлсәү, шулай уҡ ҡулдарҙы даими рәүештә махсус средство менән эшкәртеү шарт. Сирләүсе балаларҙы һауыҡҡансы мәктәпкә, балалар баҡсаһына ебәрмәй торорға кәңәш ителә.
Был шулай уҡ ойошмаларға ла ҡағыла. Улар ҡәҙимге режимда эшләй башлаһа ла, сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, ауырыған хеҙмәткәрҙәргә эшкә йөрөү ҡәтғи тыйыла.
Иҫке Собханғол баҙары һәр кесаҙна эшләй. Унда әлегә үҙебеҙҙең һатыусылар һәм ауылдарҙа йәшәүселәр шәхси хужалыҡтарында етештергән продукция менән сауҙа итә. Ситтән килеүселәр ваҡытлыса баҙарға һатыу итергә индерелмәй.
60-65 йәштән өлкәндәр өсөн сикләү саралары шул уҡ килеш ҡала.
Барығыҙҙы ла күп кеше йыйылған урындарға йөрөмәй торорға, магазиндарға, баҙарға йөрөүҙе лә сикләргә һәм мөмкин тиклем өйҙәрегеҙҙә ҡалырға саҡырабыҙ. Урамға, башҡа урындарға сыҡҡанда битлек һәм бирсәткәләр кейеү тураһында онотмағыҙ.
Үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла һаҡлайыҡ!