Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Сентябрь 2020, 18:40

ЙӨРӘК КЕНӘ ЯПА-ЯҢҒЫҘ...

29 СЕНТЯБРЬ – БӨТӘ ДОНЪЯ ЙӨРӘК КӨНӨ

29 СЕНТЯБРЬ – БӨТӘ ДОНЪЯ ЙӨРӘК КӨНӨ
Аҙ хәрәкәт итеү һәм бөгөнгө замандың башҡа үҙенсәлектәре йөрәк сирҙәрен профилактикалау кисектергеһеҙ булыуына килтерҙе. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы патологиялары үҫеше һаман да йәшәргәндән-йәшәрә бара. Был йәшәү сифатын насарайтып ҡына ҡалмай, үлемгә лә сәбәпсе булыуы ихтимал.
Йөрәк-ҡан тамырҙары патологиялары үҫеше хәүефе факторҙары:
- Сәләмәтлек өсөн зыянлы ғәҙәттәр. Тәмәке тартыу, алкоголь һәм составында кофеин булған эсемлектәр эсеү ҡан тамырҙарын бысрата һәм уларҙың быуылыуына булышлыҡ итә.
- Рациональ туҡланмау. Артыҡ ауырлыҡ, артыҡ майлы ризыҡтар тамырҙарҙа төйөндәр барлыҡҡа килтереүсе зыянлы холестерин кимәлен күтәрә. Кәүҙәнең артыҡ ауырлығы гипертонияға юл аса, йөрәк эшмәкәрлегенә артыҡ ныҡ көсөргәнешлелек хасил итә.
- Нәҫел ҡыуыу. Әгәр ғаиләлә кардиологик характерҙағы проблемалар булһа, йөрәк сирҙәрен профилактикалауға ҙур иғтибар бирегеҙ.
- Енси үҙенсәлек. Ир-аттар бындай сирҙәргә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда нығыраҡ бирешеүсән.
- Даими стрестар. Адреналиндың ҡанға сығыуы тамырҙарҙың ҡыҫылыуына булышлыҡ итә.
- Артыҡ ныҡ күп йәки үтә аҙ физик көсөргәнеш.
- Йоғошло сирҙәр. Микроорганизмдар йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына зыян килтереп, уларҙа патологик үҙгәрештәргә юл асыуы ихтимал.
Был факторҙарҙың эҙемтәһе булараҡ, түбәндәге симптомдар барлыҡҡа килеүе мөмкин:
- тын ҡыҫылыуы;
- ныҡ көсөргәнешле йәки үтә яй йөрәк тибеше;
- күкрәктә һул яҡҡа биреүсән ауыртыуҙар;
- шешенеү;
- артериаль ҡан баҫымының тотороҡло күтәрелеүе, аритмия.
Дөрөҫ рацион һәм физик әүҙемлек йөрәк сәләмәтлеген һаҡлауға булышлыҡ итә
Туҡланыу
Йөрәк һәм ҡан тамырҙары сирҙәрен профилактикалау өсөн сәләмәт туҡланыуға күсеү кәрәк. Артығын ашамаҫҡа, көнөнә 4 тапҡыр туҡланырға тәҡдим ителә. Ашаған ризыҡҡа етди иғтибар бүлергә кәңәш ителә:
- кофеин, шәкәр, шәрбәт ҡатыштырылған эсемлектәрҙе, ондан әҙерләнгән аҙыҡ-түлекте сикләгеҙ;
- пальма, кокос майҙары, иретелгән май йөрәк туҡымаһы өсөн зыянлы;
- колбаса изделиеларын, консерваларҙы, тоҙланған аш-һыуҙы ҡулланмаҫҡа тырышығыҙ;
- алкоголь эсемлектәрен ҡулланыуҙы ҡыҫҡартығыҙ;
- майлы иттәрҙе ҡуян, күркә, тауыҡ иттәре менән алыштырығыҙ;
- көнөнә 5 грамдан да артыҡ тоҙ ҡулланырға ярамай;
- зәйтүн, кунжут һәм етен майҙарын рационға индереү яҡшы;
- өҫтәлдә емеш-еләк һәм йәшелсә булырға тейеш;
- йөрәк сәләмәтлеге өсөн йөҙөм һәм өрөк (курага) яҡшы;
- салаттарҙағы майонезды үҫемлек майы менән алыштырығыҙ;
- көн һайын төрлө сәтләүектәр ашарға тырышығыҙ;
- менюға төрлө бутҡалар, эре ондан бешерелгән икмәк индерегеҙ;
- диңгеҙ балығы һәм диңгеҙ продукттары омега-3-кә бай;
- әсегән һөт продукттары организмға кәрәк булған кальцийҙы бирә.
Бигерәк тә түбәндәге йәшелсәләр һәм емеш-еләктәр файҙалы:
- ашҡабаҡ (ҡан баҫымын түбәнәйтә һәм һыу-тоҙ балансын тәртипкә килтерә);
- һарымһаҡ (тамырҙарҙың тонусын һәм ҡан баҫымын түбәнәйтә);
- брокколи (йөрәкте һәм тамырҙарҙы витаминдар һәм элементтар менән туҡландыра);
- ер еләге (ҡан тамырҙарының стеналарын нығыта һәм анемия менән көрәшә);
- гранат (ҡан әйләнешен яҡшырта, тамырҙарҙың стеналарын нығыта, тамырҙарҙың тығылыуын иҫкәртә).
Күберәк һыуҙа, парҙа әҙерләнгән ризыҡ ашағыҙ, ҡурыу, ҡыҙҙырыу зыянлы – йөрәк тамырҙарында холестерин төйөндәре барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итә. Көнөнә кәмендә 2 литр шыйыҡлыҡ эсегеҙ. Йәшел йәки үлән сәйе, һут, компот, минераль һыу файҙалыраҡ. Газлы эсемлектәрҙән баш тартыу яҡшыраҡ. Сөнки улар организмдан кальцийҙы сығарыуға булышлыҡ итәләр.
Физик күнегеүҙәр
Әҙ хәрәкәтле йәшәү рәүеше, шулай уҡ үтә көсәйтелгән физик күнегеүҙәр сәләмәтлекә зыян килтереүе ихтимал. Түбәндәге күнекмәләр тәҡдим ителә:
- велосипедта йөрөү;
- йөҙөү;
- саңғыла йөрөү;
- баҡсала еңелтә эштәр;
- спорт аҙымдары;
- дауалау гимнастикаһы;
- скандинав аҙымдары.
Күнекмәләрҙе дөрөҫ ойоштороу өсөн түбәндәге ҡағиҙәләргә таянырға кәрәк:
- һәр төрлө көсөргәнеш разминканан башланырға тейеш;
- системалы рәүештә шөғөлләнеү аҙнаһына 3-тән дә кәм булмаған күнекмәне күҙ уңында тота;
- пульс минутына 120-140-тан артырға тейеш түгел;
- баш әйләнә башлаһа, йөрәктә ауыртыу йәки ҡоҫҡо килеү барлыҡҡа килһә, күнекмәләрҙе туҡтатырға кәрәк.
Организмда парлы органдар етерлек, бары тик йөрәк кенә яңғыҙлыҡта. Шуға күрә уны һаҡлағыҙ!
Читайте нас: