Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Сентябрь 2020, 19:00

РАЙОН ДАУАХАНАҺЫНДА ПРОВИЗОР ГОСПИТАЛЕ ЭШЛӘЙ БАШЛАНЫ

Сирләүсе халыҡ ағымы көсәйә генә. Шуны иҫәпкә алып, үҙебеҙҙең район дауаханаһының терапия корпусының инфекция һәм терапия бүлектәрендә дауахананан тыш пневмонияны дауалау өсөн провизор госпитале асырға ҡарар ителде.

Сирләүсе халыҡ ағымы көсәйә генә. Шуны иҫәпкә алып, үҙебеҙҙең район дауаханаһының терапия корпусының инфекция һәм терапия бүлектәрендә дауахананан тыш пневмонияны дауалау өсөн провизор госпитале асырға ҡарар ителде.
Һуңғы ваҡытта районда вируслы пневмония менән сирләүселәрҙең ҡырҡа артып китеүе бөгөн берәүгә лә сер түгел инде. Хәйер, ил, донъя кимәлендә лә ошо уҡ күренеш күҙәтелә.
Һуңғы ваҡытта районда вируслы пневмония менән сирләүселәрҙең ҡырҡа артып китеүе бөгөн берәүгә лә сер түгел инде. Хәйер, ил, донъя кимәлендә лә ошо уҡ күренеш күҙәтелә.
Эйе, ауырыған һәр кем күҙ төбәп үҙебеҙҙең дауаханаға юл тота. Һөҙөмтәлә, үҙебеҙҙең табиптарҙы ла урап үтмәне был замана бәләһе – уларҙың байтағы ауырып китте. Шөкөр, күптәре, һауығып, хәҙер эшкә сыҡты инде.
Сирләүсе халыҡ ағымы көсәйә генә. Шуны иҫәпкә алып, үҙебеҙҙең район дауаханаһының терапия корпусының инфекция һәм терапия бүлектәрендә дауахананан тыш пневмонияны дауалау өсөн провизор госпитале асырға ҡарар ителде.
Унда урта персонал вахта ысулы менән тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Смена 14 көн дауам итә. Госпиталгә 3 кесе медперсонал һәм 2 йыйыштырыусы йәлеп ителгән. Провизор госпиталендәге сирлеләрҙән анализ алыу өсөн 1 лаборант тәғәйенләнгән.
Йәнә Байназар амбулаторияһы базаһында һәм терапия корпусында табип-инфекционист кабинетында (2-се кабинет) дауахананан тыш пневмония менән сирлеләр өсөн процедура кабинеттары эшләйәсәк. Бынан тыш, КВИ лаборатор раҫланмаған сирлеләр өсөн пациенттарҙы өйҙәрҙә дауалау өсөн стационарҙар ойошторола.
Провизор госпиталенең яуаплы табибы – Н. Бирҙекәева, өйҙәрҙә ойошторласаҡ стационарҙар өсөн яуаплы табип – Г. Нәзирова.
Райондағы 26 фельдшер-акушерлыҡ пункттарының фельдшерҙарына дауахананан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған сирлеләрҙе хеҙмәтләндереүҙе ойошторорға ҡушылған.
Эйе, хәлдәр ҡатмарлы ғына. Йәшерен-батырыны юҡ, районда был сирҙең ныҡ күтәрелгән мәле. Шуға барыбыҙға ла үҙ сәләмәтлегебеҙгә бик иғтибарлы булыу шарт. Үтер әле, тип ҡул һелтәп ҡуйыуҙың ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шуға күрә сир билдәләре һиҙелеү менән табиптарға мөрәжәғәт итергә һәм сирҙе башланған, ныҡ ҡатмарлыға әйләнмәгән мәлендә үк дауалай башларға кәрәк.
Шуны иҫтә тотайыҡ, йәмәғәт: был сирҙе табиптар ғына еңә алмаясаҡ, беҙҙең барыбыҙҙың да үҙ һаулығыбыҙға, башҡаларҙың сәләмәтлегенә иғтибарлы булыуыбыҙ ғына ыңғай һөҙөмтәләргә килтерәсәк. Табиптарҙың кәңәшен теүәл үтәү, пандемия осорона әйтелгәндәрҙе тотоу ғына был алама сирҙе ауыҙлыҡларға булышлыҡ итәсәк. Медиктар бөгөн үҙҙәренең сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйып, алғы һыҙыҡта көрәшә. Уларҙың эштәренең һөҙөмтәле булыуы минең, һинең, уның тәртиплелегенә, тейешле кәңәштәрҙе үтәүенә ныҡ-ныҡ бәйле, райондаш. Кемдәрҙер ауырыр өсөн тыуған, кемдер – юҡ, тигән нәмә булмай. Был алама сир кешене йәшәү кимәле, вазифаһы, йәше буйынса һайлап тормай: байын да, ярлыһын да, етәксене лә, ябай эшсене лә аяҡтан йығырға хәленән килә...
Һаҡланыу ҡағиҙәләре барыбыҙға ла билдәле: артыҡ йомош булмағанда кешеләр күп йөрөгән урындарға сыҡмаҫҡа, ныҡ кәрәк булғанда мотлаҡ битлек һәм бирсәткәләр кейеп йөрөргә, ҡул биреп күрешмәҫкә (быныһы айырыуса ир-егеттәргә ҡағыла), өйгә ҡайтҡас ҡулдарҙы кер һабыны менән ныҡлап йыуырға, мөмкинлек булһа, дезсредстволар менән эшкәртергә, урамда, йәмәғәт урындарында дистанция һаҡларға.
Йәнә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алғы килә: ҙур ҡунаҡтар, туйҙар, тыуған көндәр, юбилейҙар ойоштормай тороу хәйерле. Тап шундай мәжлестәр ваҡытында бер-береһенән сир йоҡтороп, ғаиләләре менән сирләп ятыусылар бар. Сөнки, ғәҙәттә, ундай тантаналарға ситтән дә кешеләр килә.
Күҙәтә йөрөлә, күптәр тейешле талаптарҙы үтәмәй. Битлекһеҙ йөрөүселәр бихисап. Йәнә урамда күптән осратмаған таныштарын күреп ҡалғандарҙың ҡосаҡлашып күрешеүе, ир-аттарҙың ҡул биреп сәләмләшеүе һаман дауам итә. Улар, үҙҙәре генә ауырып ҡалмай, өйҙәренә сир алып ҡайтыуҙары ихтимал икәнлектәрен уйларға, аңларға теләмәй, ахыры.
Был сирҙең үтә аҙған мәле миҙгелле сирҙәрҙең таралған осорона тура килеүе бигерәк тә хафаландыра – күптәр киҫкен респираторлы вируслы инфекциялар менән дә ауырый. Белгестәр грипп менән дауахананан тыш пневмония, коронавирус бер мәлдә тура килгән хәлдә үтә ауыр эҙемтәләр булыуы ихтимал тип иҫкәртә.
Әлеге ваҡытта гриптан вакцина яһау дауам итә. Теләгән һәр кем быны эшләтә ала. Вакцина алһам да ауырыным былтыр, тиеүселәр ҙә бар. Әлбиттә, ауырырға мөмкин. Ләкин вакцина алыусыларҙың организмы сирҙе еңелерәк үткәрә һәм организм ауыр эҙемтәләргә дусар булмай.
Әлбиттә, төртөп күрһәтеп була торған дошман менән көрәшеүе еңелерәк, ана, килә ята, һаҡ бул, тиергә, йәшенеп ҡалырға, ишек асмаҫҡа мөмкин. Был вирусты күҙ менән күреп булмағанға ла, күптәр, бәлки, иҫтәре китмәй йөрөйҙәрҙер. Ләкин был бәләкәс кенә дошмандың бик тә мәкерле, аяуһыҙ икәнен онотмайыҡ, райондаштар. Үҙебеҙҙе лә, яҡындарыбыҙҙы ла һаҡлайыҡ. Сәләмәт булайыҡ, берҙәм булайыҡ! Медиктар ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша, уларға, тыйылғандарҙан тыйылып тороп, үҙебеҙҙең тәртибебеҙ менән булһа ла ярҙам итәйек!

Читайте нас: