Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
26 Сентябрь 2020, 10:00

СӘМЛЕ ҮТТЕ ЯРЫШТАР

Иҫке Монасип ауылында «Айыҡ ауыл» программаһы сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм яу яланында ятып ҡалған яугирҙәр иҫтәлегенә арналған волейбол ярыштары ойошторолдо.

Иҫке Монасип ауылында «Айыҡ ауыл» программаһы сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм яу яланында ятып ҡалған яугирҙәр иҫтәлегенә арналған волейбол ярыштары ойошторолдо.
Ярышҡа командалар яҡшы әҙерлек менән килгәйне. Шуға ярыш бик сәмле барҙы. Һөҙөмтәләр түбәндәгесә булды: беренсе урынға - “Факел”, икенсе урынға - “Бөрйән”, өсөнсө урынға “Монасип” командалары лайыҡ булды.
Шулай уҡ ярыштың амплуалары билдәләнде: Н. Ишморатов - иң яҡшы һөжүм итеүсе, Б. Ҡасҡынбаев - иң яҡшы һаҡсы, И. Хәлитов иң яҡшы күтәреүсе тип табылды.
Көндөң матур тороуы ярыштың күтәренке кәйефтә үтеүенә булышлыҡ итһә, ойоштороусылар әҙерләгән аш-һыу спортсыларға көс-дәрт өҫтәне.
Байрам уңайынан ярыштың бағыусылары Р. Ишемғужин менән Р. Ҡунафинға ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн йәштәр сәйәсәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.
Пандемия осорон иҫәпкә алып, ярыш көйәрмәндәрһеҙ үтте. Һау-сәләмәт булайыҡ, спорттан айырылмайыҡ.
Читайте нас: