Башҡортостан Республикаһында “Ауыл докторы” проектын бойомға ашырыу дауам итә. Проект айырыуса республиканың алыҫ райондарында йәшәүсе ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
2020 йылда ошо программа сиктәрендә районға 5 йәш белгес эшкә килгән. Участка табип-терапевты Инзиә Салауатова һәм табип-педиатр Нургизә Дәүләтбаева үҙ эштәрен башлаған да инде. Участка табип-педиатры Гөлшат Итҡолова һәм табип-стоматолог Таңатар Ҡасимов халыҡты Байназар амбулаторияһында ҡабул итә.
Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, йәш белгес - провизор Дилә Ишбаева хеҙмәт юлын шулай уҡ район үҙәк дауаханаһында башлаған.
Район үҙәк дауаханаһы баш табибы Илмир Фәтҡуллин билдәләүенсә, йәш белгестәрҙең килеүе кадрҙар менән тәьмин итеү хәлен күпкә яҡшыртты.
-Әлеге ваҡытта Бөрйән һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында 285 кеше эшләй, уларҙың 39-ы табиптар, 146-һы урта медицина персоналы. 2019 йылда “Ауыл докторы” программаһына ярашлы, хирург-травматолог һәм участка табип-терапевты, шулай уҡ 4 фельдшер “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эш башланылар. Әммә учреждение табиптарға әле лә ҡытлыҡ кисерә. Бөгөнгө көнгә 3 табип талап ителә, атап әйткәндә фтизиатр, дермато-венеролог һәм балалар хирургы, - ти баш табип И. Фәтҡуллин.