Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
19 Сентябрь 2020, 12:00

ҠАТЫН-ҠЫҘ АЛКОГОЛИЗМЫ

Әлеге ваҡытта беҙҙең районда наркологта иҫәптә 397 кеше торһа, шуларҙың 110-ы ҡатын-ҡыҙҙар.

Әлеге ваҡытта беҙҙең районда наркологта иҫәптә 397 кеше торһа, шуларҙың 110-ы ҡатын-ҡыҙҙар.
Алкоголизм – кеше организмында кире сағылыш таба торған бәйлелек. Ҡатын-ҡыҙҙар алкоголизмы ла ир-ат алкоголизмына оҡшаған. Ләкин үҙ үҙенсәлектәре бар.
Статистикаға ярашлы, ир-атҡа алкоголикка әйләнеү өсөн 7 йылдан 10 йылға тиклем ваҡыт кәрәк, ә ҡатын-ҡыҙға – 5 йыл.
Алкоголизмды йышыраҡ ир-ат сире тип атайҙар. Ләкин һуңғы 10 йылда ситуация үҙгәрҙе: һаман да күберәк ҡатын-ҡыҙҙар алкоголь бәйлелегенә тарыйҙар.
Әлеге ваҡытта беҙҙең районда наркологта иҫәптә 397 кеше торһа, шуларҙың 110-ы ҡатын-ҡыҙҙар.
“Көсһөҙ зат” алкоголизмын дауалау ҡатмарлыраҡ. Сөнки уларҙа алкоголизм билдәләре ир-аттыҡына ҡарағанда һуңғараҡ беленә башлай. Ләкин шул уҡ ваҡытта бәйлелек билдәләре айырыуса күҙгә ташланып торған характерға эйә.
Ҡатын-ҡыҙ алкоголизмы – психонаркологик сир. Ул үҙәк нервы системаһы һәм эске органдар эшмәкәрлеге боҙолоу менән характерлана.
Ҡатын-ҡыҙ алкоголизмының билдәләре
Ҡатын-ҡыҙҙың алкоголгә бәйлеме-юҡмы икәнлеген уның тышҡы ҡиәфәте буйынса ғына түгел, үҙ-үҙен тотоуына, характерына ҡарап та билдәләргә мөмкин. Алкоголь бәйлелегенең киң таралған билдәләренең береһе – кире ҡағыу, инҡар итеү. Спиртлы эсемлектәргә бәйлелеге булған кеше, “алкоголде бүтән кешеләр һымаҡ ҡына эсәм”, тип раҫлаусан. Йәнәһе, айырым осраҡтарҙа туғандары менән йәки стресты, арыуҙы бөтөрөү өсөн ял көндәрендә генә эсә. Бындай кешеләрҙе үҙҙәре лә аңламаған алкоголгә даими тартылыу айырып тора.
Ҡатын-ҡыҙ алкоголизмының
төп үҙенсәлектәре
Бер-ике бокал эсеп алғас, рәхәтлек тоя башлайҙар, организмда эндорфиндар бүленә. Сираттағы дозаны ҡабул итмәһә, кәйефе төшә башлай. Был киләһе порцияға тиклем дауам итә. Был ҡатын-ҡыҙҙың алкобәйлелектә булыуының тәүге сигналы.
Доза яйлап арттырыла бара. Организм алкоголгә өйрәнә, шуға күрә һаман күберәк эсергә “таптыра”. Эсемлектең “ҡатылығы ла” үҫә.
Алкоголь интоксикацияһынан һаҡлау реакцияһы юғала. Үҙ нормаһынан саҡ ҡына артығыраҡ эскән сәләмәт кеше, ғәҙәттә, үҙен насар тоя башлай. Был процесс йыш ҡына ҡоҫоу менән тамамлана. Әгәр ҡоҫоу рефлексы эшләмәй икән, тимәк, ағыуланыуҙан һаҡлаусы биологик барьер боҙолған тигән һүҙ. Тимәк, организм инде алкоголде ағыуға иҫәпләмәй.
Алкоголгә бәйлелеккә эйә ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһы ла бер төрлө эсә башлай. Башта һирәк кенә булған күңел асыуҙар йышая. Хатта көн һайынға әйләнеп китеүе лә ихтимал.
Бәйлелеккә дусар булған кешеләр эсеү өсөн теләһә ниндәй сәбәп табырға әҙер. Сөнки уларҙа “емерелеү” (“ломка”) башлана. Сир инде ауыр формаға әйләнгән. Ундай кешеләр эштән иртәрәк китергә төрлө сәбәптәр уйлап сығара башлай, бөтә эштәрен дә ашыҡ-бошоҡ тиҙерәк тамамларға тырышалар. Сөнки теләк берәү генә – өйгә ҡайтып, тыныс ҡына эсергә. Үҙҙәренең эсеүен “табиптар шулай ҡуша”, “спирт эшкә һәләтлелекте күтәрә” тигәнерәк һ.б. фразалар менән аҡларға маташалар.
Үҙҙәренең ҡылыҡтарына критик күҙлектән ҡарай алмайҙар. Улар ни өсөн башҡа кешеләрҙең үҙҙәрен сирле тип һанауҙарын һәм ярҙам итергә тырышыуҙарын аңлай алмайҙар.
Ҡатын-ҡыҙ алкоголизмын дауалап булмай, тигән фекер йыш ҡына дөрөҫлөккә тап килә. Ҡатын-ҡыҙҙың алкобәйлелеге – был шәхестең емерелеүе тигән һүҙ.
Тышҡы билдәләр: ҡапыл ҡартайып китәләр – биттәрендә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә, тән тиреләре ҡорой һәм һәленеп төшә, күҙҙәренең аҫты шешмәкләнеп һәм күгәреп тора, танау һәм ирендәр ҙә даими шешмәк була, йөҙҙәре ҡыҙғылт төҫ ала, тиреләре күкшелләнеп тора, сәстәре ҡойола башлай, ҡайһы саҡ – тештәре лә. Тауыштары ла тупаҫлана.
Ҡатын-ҡыҙ алкоголизмының
стадиялары
“Көсһөҙ зат” алкоголизмының билдәләре билдәле бер эҙмә-эҙлелектә беленә башлай һәм даими үҫә бара. Табип-наркологтар ҡатын-ҡыҙ алкоголизмының түбәндәге стадияларын билдәләй.
Беренсе стадия. Был этапта эскән спитрлы эсемлектәрҙең күләменә контроль юғала. Ҡатын-ҡыҙҙар элеккегә ҡарағанда күберәк эсә башлауҙарын танырға теләмәй, инҡар итәләр. Ҡайһы берәүҙәре элеккегә ҡарағанда күберәк эсә башлауҙарын йәшерергә тырыша. Яңғыҙ килеш тә эсәләр. Аҙнаһына 2-3 тапҡыр эсеү улар өсөн нормаға әйләнә. Әҙ генә эскәндә лә иҫереү барлыҡҡа килә. Спиртлы эсемлектәрәгә психологик бәйлелек формалаша. Һаҡлаусы биологик барьер юҡҡа сыға – ҡоҫоу инстинкты юғала.
Икенсе стадия. Эскәндән һуң баш ауыртыуы (похмелье) башлана, алкоголгә тартылыу көсәйә. Эсемлектәрҙең ҡатылығы һәм уларҙың дозаһы арта. Алкоголизмдың тышҡы билдәләре күренә башлай. Ҡатын-ҡыҙҙар көн һайын эсеүҙе ғәҙәт итеп ала йәки 3-4 көндә ҙур ғына күләмдә эсәләр.
Ҡыҫҡа ваҡытҡа хәтер юғалтыу булыуы ихтимал. Алкоголгә физик тартылыу һиҙелә. Оҙаҡ эсмәгәндә һыҙланыу (ломка) күҙәтелә. Йоҡоһоҙлоҡҡа дусар булыу ихтималлығы юғары. Ҡатын-ҡыҙ организмында гормональ тайпылыш барлыҡҡа килеп, кәүҙә ауырлығы артып китеүе ихтимал. Яуаплылыҡ тойғоһо юғала. Унда ғаиләһенә, эшенә ҡыҙыҡһыныу юҡҡа сыға. Ҡатын-ҡыҙ үҙ эсенә йомола. Был этапта интосикация билдәләре асығыраҡ күренә.
Өсөнсө стадия. Шәхес тулыһынса деградациялана. Был этапта табиптар оҙайлы амнезия һәм аҡыл түбәнәйеүен билдәләй. Биҙгәк (белая горячка), алйыу, яңылышыу хәле, галлюцинациялар күҙәтелә. Ҡатын-ҡыҙҙаң организмында һәм мейеһендә кире ҡайтарып булмай торған үҙгәрештәр була. Был эстә генә бармай, тыштан да күренә. Алкоголь гепатиты барлыҡҡа килә. Психомотор тайпылыштар булыуы ихтимал. Был этапта сир дауалауға бармай тиерлек. Пациент енләнә, тиҙ генә ҡыҙып китә, дауаны ҡабул итергә теләмәй. Сирҙең үлемгә килтереү ихтималлығы юғары. Шуға күрә алкоголизмды беренсе этабында – бәйлелектең тәүге билдәләре һиҙелә башлаған мәлдә дауалай башларға тәҡдим ителә. Ул саҡта һауығыуға ышаныс юғарыраҡ.
Ҡатын-ҡыҙ алкоголизмының эҙемтәләре һәм уны
дауалау
Ҡатын-ҡыҙ алкоголизмының тиҙ үҫешеүе сәбәпле, ауыр эҙемтәләрҙән ҡотолоу һирәк осраҡтарҙа ғына мөмкин.
Дөйөм эҙемтәләр: организмдың нормаль эшләү процесы боҙолоуы, эске органдарҙың зыян күреүе.
Ҡатын-ҡыҙ алкоголизмы эҙемтәләре:
-баш мейеһе зыян күреү сәбәпле, токсик алкоголь энцефалопатияһы;
-организмдағы барлыҡ нервылар зыян күреү менән бергә полинейропатия;
- «белая горячка», интеллектуаль һәләттәрҙең кәмеүе;
-гепатит һәм бауыр циррозы;
-алкоголде артыҡ күп эсеү һәм алкоголь суррогаттары менән ағыуланыу;
-бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуы;
-ашҡаҙан аҫты биҙенең эштән сығыуы;
-инфаркт һәм инсульт хәүефе артыуы;
-ҡан әйләнеше боҙолоуы, был осраҡта гангрена барлыҡҡа килеп, аяҡ-ҡулдарҙы ҡырҡыу хәүефе арта;
-түлһеҙлек;
-иртә менопауза;
-гинекологик сирҙәр;
-туберкулез, хроник бронхит;
-йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеге боҙолоуы. Эскән кеше иртә ҡартая. Эскән ҡатын-ҡыҙҙың сәләмәт бала табыу мөмкинлеге бик түбән.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың алкоголгә бәйлелеген
дауалау ысулдары:
-кодлау;
-психологик ярҙам күрһәтеү;
-медикаментоз препараттар ҡулланыу;
-тире ҡатына препарат тегеү;
-детоксикация;
-эске органдарҙы дауалау.
Эҙмә-эҙлекле һәм этаплап дауалау ҡатын-ҡыҙға нормаль тормошҡа ҡайтырға ярҙам итеүе ихтимал. Сәләмәтләнеү юлында пациентканы бары тик эсмәгән кешеләр генә уратып алған булырға тейеш. Шулай уҡ яҡындарының ярҙамы бик мөһим. Шул саҡта ғына насар ғәҙәттәрҙән арыныу ихтималлығы арта.
Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: һәр рюмкә йәки бокал – үҙегеҙҙең сәләмәтлегегеҙҙе емереүгә сираттағы аҙым ул!
Читайте нас: