Бөтә яңылыҡтар

"БЕҘ БЕР БӨТӨН БУЛЫП ТУПЛАНДЫҠ"

Тәжрибәле белгес, беренсе категориялы табип, ревматолог Гөлназ Ғәли ҡыҙы ХӘБИБУЛЛИНА – Бөрйән районы ҡыҙы. Ул төбәктең хөрмәтле кешеләре, Ғәли менән Зәкиә Бирҙекәйевтәрҙең, ғаиләһендә донъяға килгән.

Тәжрибәле белгес, беренсе категориялы табип, ревматолог Гөлназ Ғәли ҡыҙы ХӘБИБУЛЛИНА – Бөрйән районы ҡыҙы. Ул төбәктең хөрмәтле кешеләре, Ғәли менән Зәкиә Бирҙекәйевтәрҙең, ғаиләһендә донъяға килгән.
Республика иҡтисад лицейын тамамлаған йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетына балдар һаны буйынса конкурстан үтә алмағас, бер йыл район дауаханаһында санитарка булып эшләгән.

Әммә маҡсатлы ҡыҙ хыялдарына тоғро ҡалған: киләһе йылына ошо юғары уҡыу йорто студенты булып киткән. 2010 йылда, интернатура тамамлағас, Санкт-Петербург ҡалаһында квалификацияны камиллаштырыу курсын бөткән, ревматология һөнәри йүнәлешен һайлаған.

Ошо йылдар эсендә Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ревматолог булараҡ пациенттарҙы ҡабул иткән. Быйыл ғинуарҙан ул – республикабыҙҙың ошо иң ҙур медицина учреждениеһының ҡабул итеү бүлеге мөдире. Коронавирус эпидемияһы башланғас иһә, Гөлназ Хәбибуллинаны дауаханала йәйелдерелгән инфекция госпитале мөдире итеп тәғәйенләгәндәр.

Тәүге көндәрҙән ҡәһәрле вирусҡа ҡаршы көрәшеүселәрҙең алғы һыҙығында булған белгес менән эш үҙенсәлектәре, кисерештәр, яуаплылыҡ һәм бурыс төшөнсәләре хаҡында әңгәмәләштек.

– Табип һөнәре бығаса ла хөрмәтле һәм яуаплыларҙан иҫәпләнә ине. Ә барлыҡ донъяға ябырылған пандемия уны тағы ла абруйлыраҡ һәм кәрәклерәк итте, тигән фекер менән килешәһегеҙме?
– Был һөнәрҙе, әлбиттә, һәр кем үҙенсә баһалай, үҙенсә хөрмәт итә. Миңә ҡалһа, табиптарҙы фәреш¬тәләй күрәм, уларҙың халаттары ғына аҡ түгел, күңелдәре лә пак, таҙа булыуына инанам, сөнки бер генә медицина хеҙмәткәре лә кешегә зыян килтерәйем тип эшләмәй, был һөнәрҙе фәҡәт түҙемлеләр, ихлас һәм кеше-леклеләр генә һайлай.

Пандемия осоро һәммәбеҙгә оло һынау булды һәм медицина тар¬мағына һәр йәһәттән ҙур иғтибар йәлеп итте. Бер яҡтан, баһабыҙ күтәрелде, ихтирам артты, әммә миҙалдың икенсе яғы ла бар: медицина хеҙмәткәрҙәре тәүге сиратта үҙҙәренең сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйҙы, шул уҡ ваҡытта был ҡурҡыныс уларҙың ғаиләләренә, яҡындарына ла туранан-тура янағаны мәғлүм.

Халыҡ араһында, әлбиттә, төрлө кешеләр бар, “профессияны үҙҙәре һайлаған бит”, тиеүселәр ҙә табыла. Мәгәр, һөнәрҙе үҙебеҙ һайлаһаҡ та, беҙ ҙә шул уҡ кеше бит: табиптар ҙа арый, сирләй, уларҙы ла йорттарында ата-әсәһе, балалары көтөп тора, улар ҙа яҡындарына бик кәрәк.

– Профессиональ эшмәкәрле¬гегеҙҙе коронавирусҡа тиклем һәм унан һуң нисек баһалай¬һығыҙ? Быға тиклем табип булараҡ башҡарған эшегеҙҙе һәм ковид- госпиталдәге хеҙмәтте сағыштырып буламы?
– Эйе, хеҙмәт юлыбыҙ ике осорға бүленде: коронавирусҡа тиклем һәм хәҙер. Дөрөҫөн әйткәндә, әлеге ваҡытта һәр табип үҙен универсаль белгес итеп тойорға һәм эшләргә мәжбүр, был – заман талабы. Хатта хәрби осор менән дә сағыштырыу урынлы булыр һымаҡ. Шуныһы мөһим: медицина хеҙмәткәрҙәре – табиптар, урта персонал – бик татыу, берҙәм. Республика буйынса хеҙмәттәштәр менән даими бәйлә¬нештәбеҙ, ҡайҙан ярҙам һорап мөрәжәғәт итһәләр ҙә, кәңәш бирәбеҙ, әхлаҡи-психологик ярҙам да күрһәтәбеҙ.

– Ковид-госпиталдә эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашығыҙ әле. Ҡурҡыу тойғоһо, шик-шөб¬һәләргә ҡаршы нисек көрәштегеҙ, сөнки аҡ халат кейгән һәр белгес тәүге сиратта ҡәҙимге тойғоларға дусар кеше булып ҡала...
– Ковид-госпиталгә бүлек мөдире итеп саҡырғас, тәүҙә күңелдә ҡурҡыу тойғоһо барлыҡҡа килде: кешеләргә ярҙам итә алырмынмы, килеп сығырмы? Хатта төн йоҡоһонан яҙҙым. Тәүге вахта, һүҙҙең дөрөҫө кәрәк, ҡыйын булды. Беренсенән, сир бик ҡурҡыныс, һәм ошо ауырыу менән күҙмә-күҙ ҡалған, үҙҙәрен насар тойған пациенттарҙа йәшәү көсөн һүндермәү, уларҙы һөҙөмтәле дауалау өсөн бихисап көс түгергә тура килһә, ошо шарттарҙа эшләгән, пациенттар ише дауаханала бикле ҡалған хеҙмәттәштәрҙең дә эшлекле сифаттарын, дәрт-дарманын хәстәр¬ләү фарыз ине.

Махсус костюмдарҙа эшләргә өйрәнеү, яңы ысынбарлыҡҡа күне¬геү ауыр булды. Арабыҙҙа иҫен юғалтып йығылғандар ҙа осраны, шуға күрә ковид-госпиталь буйлап яңғыҙ йөрөмәҫкә һөйләштек, маршрут буйынса икешәр кеше хәрәкәт итте. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә шул уҡ кешеләр бит: күҙ йәштәренә ирек ҡуйған саҡтар ҙа булманы түгел. Әгәр ҙә инде табип йәки шәфҡәт туташтары коронавирус йоҡторһа, был коллектив өсөн ҙур зыян, сөнки персонал кәмегән һайын көсөргәнеш арта, ҡалғандарға эш күбәйә.

– Коронавирус менән сир¬ләүсе кешеләр махсус һаҡланыу костюмы кейгән медицина хеҙ¬мәт¬¬кәрҙәренән башҡа бер кемде лә күрмәүҙе, ябыҡ ишектәр артында ҡалыуҙы нисек кисерә ине?
– Пациенттарҙың да төрлөһө бар: кемдер төшөнкөлөккә бирелә, бәғзеһе шикләнеп ҡарай, әммә һәммәһе лә табиптарҙың, медицина хеҙмәткәрҙәренең эше үтә мөһим икәнлеген аңлауы ҡыуаныслы булды.

Ғөмүмән, бикле шарттарҙа дауаланған пациенттар – төрлө йәштәге, төрлө холоҡло, үҙ тормош юлынан барған, әммә тап ошо ваҡытта һәм урында ҡәһәрле сиргә дусар булып, дауаханаға эләккән кешеләр. Әлбиттә, уларға төрлө кисерештәр, уй-тойғолар хас, шулай ҙа күпселегенең оптимистик рухты юғалтмауы, төшөнкөлөккә бирел¬мәйенсә, хәлде сабырлыҡ менән ҡабул итеүе беҙҙе лә йыуата ине.

– Кешеләрҙең ысын йөҙөн һынауҙар, ҡатмарлы шарттар аса, тиҙәр. Бығаса ҡәҙимге режимда эшләгән медицина хеҙмәткәр¬ҙәре, табиптар өсөн коронавирус эпидемияһы оло һынау булды, шул иҫәптән кешелеклелек йәһәтенән дә. Коронавирус кемдәрҙең кем икәнен күрһәтте тип әйтеп буламы?
– Һеҙҙең фекер менән килешәм: үҙем өсөн байтаҡ һығымта яһаным, шөкөр, уларҙың күпселеге ыңғай.
Миңә дауахананың өс бүлегендә эшләргә насип булды, әммә кемдәрҙелер айырып билдәләй алмайым. Коллектив берҙәм, татыу һәм улар менән бер рәттә эшләүемә, ысынлап та, бик шатмын, хеҙмәтемдән ҡәнәғәтмен.

Беҙҙең дауаханала инфекция госпитале йәйелдереп ебәргәс (ә барыһы ла нисек ҡатмарлы башланғаны бөтәһенә лә мәғлүм), барлыҡ коллектив бөтөн бер организмға тупланды, тип әйтә алам. Етәкселек булһынмы, табиптар, шәфҡәт туташтары, санитар¬ҙар, буфетсылар – һәммәһе лә иңдәренә оло яуаплылыҡ һалын¬ғанын тойоп, бер-береһенә терәк булды, бер әйтеүҙән ярҙамға ашыҡты. Һәммәһенә лә ошоноң өсөн ҙур рәхмәт! Дауахананан ситтә ҡалған хеҙмәттәштәрҙең көн дә телефондан йә видеобәйләнештән шылтыратып хәл белеүе лә, күңелде күтәрә торған һүҙҙәр табыуы ла ваҡытында үтә мөһим һәм кәрәк ине.

– Эпидемия төрлө табиптар¬ҙан бер юлы инфекционист яһаны ла ҡуйҙы, шул иҫәптән һеҙ ҙә, ревматолог булараҡ, ковид-госпиталгә етәкселек иткән¬һегеҙ. Ошо эштең үҙенсәлектәрен барлайыҡ әле.
– Эйе, мин 2010 йылдан тар йүнәлешле белгес, ревматолог булып эшләнем, әммә алған медицина белемемә ярашлы, шулай уҡ терапевт булараҡ дежурлыҡтар ҙа ала торғайным.

Быйыл иһә (яҙмыш ҡушыуы булғандыр инде), миңә дауа¬хананың ҡабул итеү бүлегенә тәүҙә терапевт булып күсергә, унан мөдир булараҡ, яуаплылыҡ алырға тәҡдим иттеләр. Эшемде һәм хеҙмәт¬тәштәремде яратҡанға күрә, хеҙмәт юлым артабан күпкә ҡатмарлыраҡ булаһын күҙаллаһам да, ризалаштым.

Ҡабул итеү бүлеге – тынғыһыҙ урын. Бында планлы рәүештә һәм ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндәрҙе ҡабул итәләр. Эш үтә яуаплы һәм тиҙ, дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеүҙе, кешеләргә кисек¬мәҫтән медицина ярҙамы күрһәтә башлауҙы күҙаллай. Хирургия, гинекология белгестәре талап ителгән осраҡтар ҙа була.

Ошо бүлектә бер аҙ тәжрибә туп¬лап өлгөрөүемә, коронавирус эпидемияһы бар донъяны ҡурҡыуға һалып, килеп етте... Шуға күрә, тәү¬ге көндәрҙә бер аҙ шик-шөбһә борсоһа ла, яңы юҫыҡҡа тиҙ индем, эшебеҙҙе көйләп ебәрҙек, ҡатмар¬лы шарттарға ла өйрәндек.

– Һис шикһеҙ, быйыл табиптар өсөн ҡатмарлы йыл булды, шул уҡ ваҡытта кешеләрҙе был һөнәр эйәләрен юғарыраҡ баһа¬ларға өйрәтте.
– Эйе, һөнәри тормоштағы булған киҫкен үҙгәрештәрҙе, заман талаптарына ярашлы эш йүнәлеш¬тәрен үҙгәртә алыуыбыҙҙы, кәрәклегебеҙҙе той¬ҙоҡ. Шул уҡ ваҡытта күңелемә ятышлы, дөрөҫ профессия һайла¬уыма ҡыуанып бөтә алмайым. Шөкөр, эшемде яратам, эшкә шатланып барам, һөнәри бурыстарымды ла ихлас башҡарам.

Үҙем әсәй булғас, тағы ла шуны төшөндөм: атай-әсәйемә миңә биргән тәрбиәһе, һөнәри йүнәлеш күрһәткәне, хәстәре һәм ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт. Ә быйыл коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүгә һәм дауалауға бәйле туплаған хеҙмәт тәжрибәһе иһә тағы ла күп йылдар профессиональ йәһәттән ярҙам итәсәк, ҡанаттарҙы тағы ла нығытырға сәбәп буласаҡ әле.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште.
(Г. Балтабаеваның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды).
Читайте нас: