24 март - Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө.
Туберкулез - кеше һәм хайуандар араһында киң таралған йоғошло ауырыу. Ул беренсе сиратта үпкәне зарарлай. Башҡа орган һәм системаларға уның зыяны әҙерәк тейә. Ул сирле кеше һөйләшкәндә, йүткергәндә һәм сәсәгәндә тапшырыла.
Үпкә туберкулезы билдәләре — оҙайлы ҡаҡырыҡлы йүтәлләү, ҡайһы саҡта ҡанлы ҡаҡырыҡ. Һуңғы стадияһында биҙгәк башлана, хәлһеҙлек, төндә тирләү һәм ябығыу күҙәтелә.
Бөгөнгө көндә туберкулез менән 18-ҙән 40 йәшкә тиклем кешеләр йышыраҡ сирләй. Йыл һайын был сирҙән донъяла 3 миллион самаһы кешенең ғүмере өҙөлә һәм 40 миллион кеше иҫәпкә алына. Көнкүреш шарттары насар булған илдәрҙә был сир киң таралған. Эшһеҙлек, хәйерселек, ауыр хеҙмәт һ.б. туберкулез таралыуҙың төп шарты булып тора.
Хәҙерге медицина туберкулез ауырыуын тулыһынса дауалай ала. Диагноз ни тиклем иртәрәк ҡуйылһа, был сир шул тиклем уңышлыраҡ дауалана.
Туберкулездың асыҡ формаһы менән ауырыусы кеше микробтарҙы тирә-яҡҡа күпләп тарата. Сирҙе йоҡтороуҙың башҡа ысулдары ла бар. Мәҫәлән, ауырыу кеше ҡаҡырығын иҙәнгә йәки ергә төкөрһә, ҡаҡырыҡ кибә, туҙан менән һауаға күтәрелеп, әйбергә, стенаға, мебелгә ҡунып, ошо туҙанлы һәм микроблы һауаны сәләмәт кеше һулаһа, уның ауырыу ихтималлығы арта. Бына шуға күрә ауырыуҙың һәм уның ғаиләһенең шәхси гигиена тәртиптәрен һаҡлауы, өйөн таҙа тотоуы бик мөһим.
Сирҙең билдәләре
Ауырыу төрлөсә башлана. Ҡайһы бер осраҡта ул һиҙҙермәй генә, әкренләп башлана. Тиҙ арыу, аппетит һәм йоҡо боҙолоу, әҙ генә йүтәл булыуы мөмкин.
Температура күтәрелеү — сирҙең беренсе симптомы. Башҡа йоғошло ауырыуҙарҙан айырмалы булараҡ, туберкулез менән ауырыусының температураһы әллә ни юғары булмай һәм кискә табан күтәрелә. Кешелә хәлһеҙлек һиҙелә. Ул кеше, әҙ генә хәрәкәтләнһә лә, тиҙ арый. Туберкулез менән сирләгән кешенең аппетиты боҙолмаһа ла, ул әкренләп ябыға бара, ләкин баштараҡ ул үҙе һиҙмәй. Һуңға табан, ауырыуҙың башҡа билдәләре лә асыҡланғас, ауырыу кеше үҙенең шаҡтай ябығыуын аңлай. Үпкә сирле кеше тиҙ тирләй. Тирләү кеше эш эшләгәнгә йәки көн эҫе булғанға түгел, бәлки, төндә йоҡлағанда, башлыса таң алдынан була. Һуңыраҡ арҡала, ҡалаҡ һөйәге тирәһендә сәнсеү һиҙелә. Йүтәлләү
туберкулез ауырыуына хас билдә.
Туберкулезды диагнозлау өсөн флюорография үтәләр.Балаларға Манту пробаһы эшләнә.
Флюорография бер яҡтан ауырыуҙы башланғыс осоронда уҡ асыҡларға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан уның ярҙамында башҡа төрлө ауырыуҙарҙы ла белергә була. Мәҫәлән, үпкә ялҡынһыныуы, үпкә яман шеше, яман булмаған шештәр һ. б.
Әле йылдың башы ғына, ләкин статистика һағайта ла инде: йыл башынан районда өлкәндәр араһында был сирҙең артыуы күҙәтелә. Йыл башынан үпкә туберкулезы менән сирләүсе 5 кеше иҫәпкә ҡуйылды. Нигеҙҙә, улар әллә нисә йыл дауамында флюорография үтмәгән кешеләр.
Бәхеткә күрә, һуңғы 5 йылда балалар араһында туберкулез осраҡтары теркәлмәне.
Барығыҙға ла мәғлүм, һәр йыл һайын ауылдарҙа күсмә флюорография тикшереүе ойошторола. Ләкин ҡайһы бер кешеләр уға иғтибар һәм әһәмиәт биреп еткермәй. Ә флюорографияны йыл һайын үтеп тороу шарт! Ул ваҡытта бындай күңелһеҙ статистика ла булмаҫ ине.
Хөрмәтле райондаштар! Үҙ сәләмәтлегебеҙгә төкөрөп ҡарамайыҡ, флюорографияны мәлендә үтеп торайыҡ!