Бөтә яңылыҡтар

БЫЛ ЯБАЙ БУЛМАҒАН ОСОРҘА БЕРҘӘМ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШБЕҘ

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә коронавирусҡа бәйле мәсьәләгә айырым туҡталды һәм үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе хәбәр итте

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә коронавирусҡа бәйле мәсьәләгә айырым туҡталды һәм үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә түбәндәгеләрҙе хәбәр итте
“Беҙҙең республикала коронавирус килеп сығыу ихтималлығы менән бәйле мин үҙемдең күрһәтмәм менән бер нисә сикләү саралары индерҙем. Минең өсөн әлеге ваҡытта иң мөһиме – Башҡортостанда беҙ был ябай булмаған осорҙо бергәләп үтергә тейешбеҙ. Бер-беребеҙгә ышаныс белдереп һәм максималь яуаплылыҡ менән. Минең идара итеү командама ҡәҙимгесә эш итеү өсөн ҡамасаулаған хәүефтәрҙең береһе – паникерҙар һәм мародерҙар.
Паникерҙар – төрлө мотивтарҙан сығып, ялған мәғлүмәт таратыусылар. Кешеләр, ғәҙәттә, теге йәки был хәл тураһында дөрөҫөн белеп етмәй һәм, дөйөм истерия шарттарында теләһә ниндәй иҫәрлек яҡшы “тупраҡҡа” эләгеп, үрсеп китергә генә тора.
Икенсе проблема – эпидемия шарттарында кеҫә байытып ҡалырға тырышыусы “эшмәкәрҙәр” төркөмө. Һәр төрлө мөмкин булған спекулянттар, ялған табиптар һәм һәр төрлө түләүле хеҙмәт күрһәтеүселәр күренә лә башланы инде. Бындай ҡылыҡтарҙы мародерлыҡ тип баһалаясаҡбыҙ һәм закон сиктәрендә максималь рәүештә ҡаты эҙәрлекләйәсәкбеҙ һәм яза бирәсәкбеҙ.
Иҫкәртеү, тестлау, кәрәк булғанда, дауалау өсөн средстволар беҙҙә етерлек. Элементар һаҡланыу сараларын үтәгеҙ һәм барыһы ла яҡшы буласаҡ”.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров вирус инфекцияһы хәүефен һәм таралыуын кәметеү саралары тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Сараларҙың береһе — 1000-дән ашыу кеше ҡатнашҡан мәҙәни, спорт, эшлекле сараларҙы үткәрмәү. Бойороҡ 20 апрелгә тиклем ғәмәлдә була, ләкин республика башлығы властарҙың хәлгә ҡарап эш итергә тейешлеген һәм хәлдең яҡшырыуына йәки насарайыуына бәйле ваҡыттың күсерелеү мөмкинлеген белдерҙе.
Шулай уҡ республикала йәшәүселәргә вирус теркәлгән сит илдәргә һәм Рәсәй төбәктәренә, күп кеше йөрөгән урындарға бармаҫҡа кәңәш ителә.
Читайте нас: