Һуңғы ваҡытта республикала грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) менән сирләүселәр һаны ҡырҡа артҡан. Уларҙың күбеһе – балалар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Бөрйәндә йыл башынан алып ОРВИ менән 257 кеше сирләгән.
Организмдың грипҡа ҡаршы тороусанлығын күтәреү өсөн яҡшы туҡланыу, витаминдар, микроэлементтар ҡабул итеү мөһим.
Грипп һәм ОРВИ бик аҙған миҙгелдә халыҡ күпләп дарыуханаларға мөрәжәғәт итә. Шуға бәйле, вирустарға ҡаршы ҡайһы бер препараттарҙың, битлектәрҙең хаҡтарын белеү маҡсатынан район үҙәгендәге өс дарыуханаға йөрөп сыҡтыҡ.
“Йәсмин” дарыуханаһында Ремантадин (20 таб.) – 81 һум, Кагоцел (10 таб.) – 269 һум, Виферон (10 шәм) – 253 һум, Цитовир – 391 һум, Гексорал - 296 һум;
дәүләт дарыуханаһында - Ремантадин (20 таб.) – 65 һум, Кагоцел (10 таб.) – 255 һум, Виферон (10 шәм) – 316 һум, Цитовир – 447 һум, Гексорал - 397 һум;
“Фармленд”та - Ремантадин (20 таб.) – 100 һум, Кагоцел (10 таб.) – 243 һум, Виферон (10 шәм) – 284.40 һум, Цитовир – 390.45 һум, Ингалипт – 138.30 һум.
Битлектәр өс дауаханала ла бар. “Йәсмин” дарыуханаһында өс битлектән торған йыйылманы 23 һумға һаталар. Халыҡҡа өс ҡаптан артығы һатылмай. Дәүләт дарыуханаһында бер битлектең хаҡы 5 һум. Балалар өсөн өс битлектән торған йыйылма 39 һум 50 тингә һатыла. “Фармленд” дарыуханаһында битлектәрҙе һатыу буйынса бер ниндәй ҙә сикләүҙәр булмаған, кеше күпме һорай, шунса һатыла.
Урындағы фармацевт әйтеүенсә, дарыуханала һатылған ғәҙәти битлек ауырыуҙарҙан ике-өс сәғәт самаһы һаҡлай. Һуңынан уны ташларға кәрәк. Әммә дарыуханаларҙа битлектәр булмай икән, ниндәйҙер паникаға бирелмәй, марля һатып алып, үҙаллы тегеп алырға мөмкин, тип тә кәңәш бирҙе ул. Тотонғандан һуң, бындай битлекте йыуып, үтекләп, тағы ла файҙаланырға мөмкин.
“Роспотребнадзор” идаралығы шәхси һаҡланыу саралары күрергә саҡыра. Кеше күп йыйылған урындарҙа һәм йәмәғәт транспортында йөрөү ваҡытын кәметергә, медицина битлеге кейергә, сирлеләр менән тығыҙ аралашмаҫҡа, ҡулды һабынлап йыуырға, танау ҡыуышлығын сайҡатырға, бүлмәне даими елләтергә, туҙанды еүеш сепрәк менән һөртөп алырға, С витамины булған аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирергә кәрәк, ти белгестәр. Сәләмәт булайыҡ, райондаштар!
P. S. Был мәҡәлә реклама түгел. Препараттарҙы ҡулланыу алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.