Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Февраль 2020, 11:00

ТӨП МӘСЬӘЛӘ - МИҘГЕЛ СИРҘӘРЕ

Район хакимиәтенең йыйылыштар залында санитар-эпидемияға ҡаршы комиссия ултырышы үтте. Унда грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) сирҙәрен иҫкәртеү һәм яңы сыҡҡан коронавирус инфекцияһының Бөрйән районы биләмәһенә инеүенә һәм таралыуына ҡаршы йүнәлтелгән саралар хаҡында мәсьәләләр күтәрелде.

Район хакимиәтенең йыйылыштар залында санитар-эпидемияға ҡаршы комиссия ултырышы үтте. Унда грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) сирҙәрен иҫкәртеү һәм яңы сыҡҡан коронавирус инфекцияһының Бөрйән районы биләмәһенә инеүенә һәм таралыуына ҡаршы йүнәлтелгән саралар хаҡында мәсьәләләр күтәрелде.
Беренсе мәсьәлә буйынса район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт һәм ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары, санитар-эпидемияға ҡаршы комиссия рәйесе Р.Шәрипов, район үҙәк дауаханаһының баш табибы И.Фәтҡуллин, район үҙәк дауаханаһының табип-педиатры З. Исмәғилевалар сығыш яһаны.
Илмир Фәнил улы белдереүенсә, 2020 йылдың 27 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция (ОРВИ) менән ауырыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Февраль башында ғына 36567 сирле теркәлгән, шуларҙың 65,6% - балалар. Был сир бигерәк тә Өфө ҡалаһында, Октябрьский һәм Туймазы райондарында ҡотора.
Бөрйән районында йыл башынан алып ОРВИ менән 257 кеше сирләгән.
Районда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһына ҡаршы саралар планы ғәмәлгә индерелә. Халыҡ араһында грипп, пневмания, киҫкен респиратор вируслы инфекция менән сирләүселәргә һәм балалар баҡсаларына, мәктәпкә уҡырға бармаған балалар буйынса көндәлек мониторинг алып барыла. Быға тиклем, положениеға ярашлы, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында киҫкен вирус инфекцияһы менән сирләүсе балалар һаны 25% тәшкил иткән осраҡта карантин иғлан ителә ине.
Ултырышта комиссия ағзалары был сикте 20%-ҡа төшөрҙө. Аҫҡар, Байназар, Брәтәк, Ғәҙелгәрәй, Ғәлиәкбәр, Исламбай, Ҡолғана, Нәби һәм Яңы Мөсәт филиалдарының мәктәпкәсә төркөмдәрендә, Иҫке Собханғол урта мәктәбендә, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Ғәлиәкбәр филиалында, Иҫке Собханғол ауылының 2-се һанлы мәктәп-балалар баҡсаһында грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса карантин иғлан ителде.
Көн тәртибенең икенсе мәсьәләһе коронавирус инфекцияһы хаҡында булды.
Дәүләт һаулыҡ һаҡлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ҡытай халыҡ республикаһында (КНР) 7 февралгә ҡарата коронавирус инфекцияһы (2019-nCoV) тыуҙырған 31211 ауырыу осрағы теркәлгән. Рәсәйҙә коронавирусты йоҡтороуҙың ике осрағы бар. Һүҙ Байкал аръяғы һәм Төмән өлкәһе тураһында бара. Башҡортостанда иһә был ҡурҡыныс ауырыуға бәйле эпидемиологик хәл даими күҙәтелә һәм санитар-карантин контролен көсәйтеүҙә махсус саралар күрелә. Мәҫәлән, Өфө аэропортында Ҡытайҙан осоп килгән граждандар айырыуса ныҡ тикшерелә.
Бөгөнгө көнгә республикала коронавирус менән сирләүселәр юҡ.
«Роспотребнадзор»ҙың Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондары буйынса бүлеге грипп, коронавирус инфекцияһы һәм башҡа киҫкен респиратор вируслы инфекциялар ваҡытында гигиена талаптарын теүәл үтәргә саҡыра.
Был ауырыуҙар барыһы ла һауа юлы менән тарала. Йүткергәндә, сөскөргәндә ауырыған кешенең шайығының микро тамсылары һауаға тарала, шунда вирустар була. Ҙурыраҡ тамсылар эргәләге предметтарға ултыра, бәләкәйҙәре һауала оҙаҡ таралып йөрөйҙәр. Шул уҡ ваҡытта вирустарҙың зарарлау һәләте бер нисә сәғәттән алып бер нисә көнгә тиклем һаҡлана.
Профилактикалауҙың төп алымдары һау кешенең ауырыу кеше менән яҡындан аралашмауына йүнәлтелгән.
Түбәндәге гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәү вируслы инфекцияларҙың таралыу мөмкинлеген кәметә:
1. Йүткергәндә, сөскөргәндә бер тапҡыр ҡулланыла торған ҡағыҙ салфеткалар тотоноғоҙ.
2. Битегеҙгә йыуылмаған ҡулдар менән теймәгеҙ.
3. Ҡулығыҙҙы йышыраҡ йыуығыҙ.
4. Спиртлы салфеткалар менән ҡулланығыҙ.
Нисек ауырымаҫҡа?
1. Йәмәғәт урындарында, транспортта ишек тотҡаларына тотонғандан һуң, аҡса, эш урынындағы техника менән булышҡандан һуң, ашар алдынан һәм ашарға бешерер алдынан һәр ваҡыт ҡулдарығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ.
2. Урамдан ҡайтҡас, ҡулды, битте һабын менән, танау буйҙарын тоҙло һыу менән йыуырға кәрәк.
3. Әгәр һыу һәм һабын юҡ икән, ҡулды таҙартыу өсөн спиртлы дезинфекциялай торған салфетка ҡулланырға була.
4. Йәмәғәт урындарында һәм транспортта бер тапҡыр ҡулланыла торған маскалар кейегеҙ. Масканы һәр 2-3 сәғәт һайын алыштырығыҙ.
5. Сәсте йыйып йөрөргә кәрәк. Кеше күп йыйылған урындарҙа, ялбыр сәстәр йыш биткә тейеп, зарарланыу ихтималлығын арттыра.
6.Ауырыу билдәләре булған кешеләр менән яҡындан аралашмағыҙ.
7. Бүлмәне йыш елләтеп торорға кәрәк.
8. Дөйөм таҫтамалдар менән ҡулланмағыҙ.
Нисек ауырыуҙы башҡаларға йоҡтормаҫҡа?
1. Әгәр һеҙ үҙегеҙҙе насар тояһығыҙ, әммә кешеләр менән аралашырға мәжбүрһегеҙ икән, маска кейегеҙ һәм сәғәт һайын масканы алыштырып тороғоҙ.
2. Йүткергәндә, сөскөргәндә ауыҙығыҙҙы ябығыҙ.
3. Тик шәхси һауыт-һаба ҡулланығыҙ.
4. Өйҙә үҙегеҙҙең шәхси таҫтамалығыҙ һәм башҡа гигиена әйберҙәре булһын.
5. Көн һайын өйҙә дымлы йыйыштырыу үткәреп тороғоҙ.
Читайте нас: