Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
30 Ноябрь 2019, 16:00

КҮКРӘК БИҘЕ ЯМАН ШЕШЕ ХӨКӨМ ҠАРАРЫ ТҮГЕЛ! ӘММӘ...

Бөгөнгө көндә һәр унынсы ҡатын-ҡыҙ онкологик сир – түш яман шеше менән осраша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күкрәк биҙе яман шеше йышыраҡ осрай башланы, был ауыр сир менән көрәшеүсе йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны арта бара.

Бөгөнгө көндә һәр унынсы ҡатын-ҡыҙ онкологик сир – түш яман шеше менән осраша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күкрәк биҙе яман шеше йышыраҡ осрай башланы, был ауыр сир менән көрәшеүсе йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны арта бара.
-Һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ. Был сир “йәшәреү” тенденцияһына эйә. Бының үҙ сәбәптәре бар. Беҙ йәмғиәт үҙ ҡағиҙәләренә күнергә мәжбүр иткән донъяла йәшәйбеҙ. Шуға бәйле, ҡатын-ҡыҙҙың көсһөҙ булып күренергә хаҡы юҡ. Был үҙ сиратында даими стрестар, көйәләнеүҙәр, иртәгәге көнгә ышаныс етмәүҙе булдыра. Былар барыһы йомортҡалыҡ функцияһына йоғонто яһай. Шуға күрә күп кенә йәш ҡыҙҙарҙың менструаль циклдары боҙолоуы күҙәтелә.
Был нисек кенә моңһоу яңғырамаһын, бөгөн йәштәрҙең ҙур ғына өлөшө гипофездағы үҙгәрештәр арҡаһында килеп сыҡҡан етди гинекологик сирҙәргә эйә.
Күкрәк биҙе яман шеше менән һәр бер ҡатын-ҡыҙҙың сирләүе ихтимал. Ләкин түбәндәгеләр айырыуса ҙур хәүеф төркөмөндә: нәҫелендә был сиргә тарыусылар булғандар, күремдәре иртә башланған (12 йәштә) йәки һуң тамамланған (55 йәштән һуң) ҡатын-ҡыҙҙар.
Шулай уҡ бала тапмаған йәки һуң бала тапҡан, аборт яһатҡан һәм контрацептив препараттарҙы күп ҡулланған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күкрәк биҙе яман шеше менән сирләүселәр исемлегендә тороуҙары ихтимал.
Күкрәк биҙҙәренең сәләмәтлегенә насар экология, гормональ тайпылыштар, тәмәке тартыу, баланслы туҡланмау, алкоголизм да кире йоғонто яһай, - ти онколог.
Илдар Ишкилде улы менән әңгәмәне "Таң" гәзитенең 29 ноябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: