Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
15 Ноябрь 2019, 20:00

РАЙОНҒА МОБИЛЬ ФАП КИЛДЕ!

Бөрйән район үҙәк дауаханаһына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә бәләкәй ауылдар өсөн күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты бирелде.

Бөрйән район үҙәк дауаханаһына «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә бәләкәй ауылдар өсөн күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты бирелде.
Райондың төпкөлдә урынлашҡан ауылдары халҡына медицина хеҙмәттәрен яҡынайтыу һәм уның сифатын арттырыу йәһәтенән бирелгән ПАЗ автобусы яңы, заманса медицина ҡорамалдары: электрокардиограф, экспресс-анализатор, кардиомаркер һәм башҡа медицина кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған. 
ПАЗ-32053 автобусы базаһындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктының күсмә медицина комплексы ”Ворсма” сауҙа йорто” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан етештерелгән һәм уның автобус менән бергә дөйөм хаҡы яҡынса 6,8 млн. һум тәшкил итә.
Күсмә ФАП медицина тикшереүҙәре уҙғарыуға, сирҙәрҙе тәүге стадияла асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә, дауалау–профилактик ярҙам, шул иҫәптән ашығыс акушерлыҡ ярҙамы күрһәтеүгә һәм эпидемияға ҡаршы санитар саралар үткәреүгә тәғәйенләнгән.
-Комплекс эш режимын стационар медицина учреждениеларынан тыш ғәмәлгә ашырыу мөмкинлегенә эйә. Унда электрокардиограмма эшләтергә, анализ биреп, шәкәр һәм холестерин кимәлен аныҡларға, ҡан баҫымын үлсәргә мөмкин буласаҡ. Тәү сиратта район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан ауылдар халҡына медицина ярҙамы күрһәтеләсәк, - ти район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллин.
Яңы мобиль ФАП-тың мөмкинлектәре менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов та танышты.
Читайте нас: