Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
12 Ноябрь 2019, 19:34

Грипп тураһында нимәләр белергә кәрәк?

Йылдың һыуыҡ миҙгелендә, ҡағиҙә булараҡ, грипп һәм киҫкен респираторлы йоғошло сирҙәр (ОРВИ) менән ауырыусыларҙың һаны артып китә. Әлеге ваҡытта ОРВИ менән сирләү эпидемик кимәлдә түгел. Грипп һәм ОРВИ менән сирләүҙең эпидемик күтәрелеше беҙҙең республикала, ғәҙәттә, декабрь-март айҙарында күҙәтелә.

Хәүеф төркөмөнә
инеүселәр:
-балалар;
-60 йәштән өлкәндәр;
-иммунодефицит хәлдәге сирлеләр;
-йөклө ҡатын-ҡыҙҙар;
-медицина хеҙмәткәрҙәре;
-йәмәғәт транспорты, дөйөм туҡланыу предприятиелары хеҙмәткәрҙәре.
Грипп нимәһе менән хәүефле?
Грипп өҙлөгөүҙәр (осложнениелар) менән айырыуса хәүефле:
-үпкә өҙлөгөүҙәре (пневмония, бронхит). Грипп сиренән үлемдәрҙең күбеһе тап пневмония арҡаһында килеп сыға;
-өҫкө тын юлдарының һәм ҡолаҡ, тамаҡ, танау органдарының (отит, синусит, ринит, трахеит) өҙлөгөүҙәре;
-йөрәк-ҡан тамырҙары яғынан өҙлөгөүҙәр (миокардит, перикардит);
-нервы системаһы яғынан өҙлөгөүҙәр (менингит, менингоэнцефалит, невралгия, полирадикулоневрит).
Гриптан
нисек һаҡланырға?
Грипты һәм ОРВИ-ны иҫкәртеүҙең специфик һәм специфик булмаған ысулдары бар.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 8 ноябрь һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: