Баланың һаулығы уны дөрөҫ тәрбиәләүгә бәйле. Яңы тыуған сабыйҙы тәрбиәләү буйынса беренсе кәңәштәрҙе табип-педиатр бирә. Сабыйҙарҙың үҫешен күҙәтеү - уның бурысы.
Район педиатры Зилә Исмәғилева - район дауаханаһында эшләгән йәш, дәртле белгестәрҙең береһе. Ул Учалы районында тыуып-үҫкән. Учалы ҡалаһының 12-се башҡорт лицейын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. 6-сы курстан һуң педиатрия буйынса интернатураға инеп, бер йыл уҡығандан һуң, 2014 йылда Бөрйәнгә эшкә килә. Район педиатры булып тәғәйенләнеүенә өс аҙна ғына.
- Бәләкәйҙән табип булырға хыяллана инем. Ҡыҙҙар менән операциялар, уколдар эшләп уйнай торғайныҡ. Әсәйем дә мине табип итергә теләне. Балалар менән эшләү оҡшай, бәләкәстәр менән ҡыҙығыраҡ. Улар менән матур итеп, әҙерәк балалар кеүек һөйләшһәң, әүрәп китәләр. Уйынсыҡтар бирәбеҙ, һүрәт төшөрөргә тәҡдим итәбеҙ.
Әлеге ваҡытта киҙеүгә ҡаршы вакцинация осоро бара. Ата-әсәләр менән әңгәмәләр үткәрәбеҙ, санбюллетендәр эшләйбеҙ. Прививкаларҙың милли календары бар, шуға ярашлы эшләргә тырышабыҙ.
Бәләкәй балалар араһында күберәк нервы системаһы, анемия, аллергия, диатез осрай. Үҫмерҙәр ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына зарланалар. Шулай уҡ тын алыу юлдары, ашҡаҙан, ҡан әйләнеше ауырыуҙары менән мөрәжәғәт итәләр. Күп балалар арҡа ауыртыуына зарлана. Балаларҙың арҡа мускулдарын нығытыу өсөн гимнастика эшләү, йөҙөү, төрлө күнекмәләр эшләү мөһим. Бигерәк тә бер йәшкә тиклемге балалар сирләп китһә, шунда уҡ табипҡа күренергә кәрәк.
Шулай уҡ халыҡ медицинаһы хаҡында әйтеп үтергә кәрәктер. Уның ярҙамында организмды нығытырға мөмкин, әммә барыбер ҙә был эште табип кәңәше менән эшләргә кәрәк. Шул ваҡытта ғына ул файҙа килтерәсәк.
Йәш атә-әсәләргә бала тыуыуға әҙерлек сиктәрендә кәрәкле әҙәбиәт уҡыуҙарын теләр инем. Патронажға барған осраҡтарҙа ҡайһы бер әсәйҙәр баланы ҡайһы яғынан тоторға белмәйҙәр. нисек имеҙергә, нимә ашарға ярай, нимә ярамай тигән ябай төшөнсәләрҙе лә белмәгәндәр осрай.
Дөрөҫ туҡланыу, спорт менән шөғөлләнеү - сәләмәт тормоштоң бер нигеҙе. Рационда шәкәрле аҙыҡтарҙы әҙәйтергә тырышыр кәрәк. Магазиндарҙа өйөлөп ятҡан ялтыр тышлы ымһындырғыс кәнфиттәрҙе ашамағыҙ, тип һәр ваҡыт әйтеп киләм. Хатта ике йәштән үткән балаларҙың да тештәрендә кариестар барлыҡҡа килә, ашҡаҙан да зыян күрә. Ит, йәшелсә-емештәр, аҡһымға бай аҙыҡтар менән туҡланыу дөрөҫ. Балаларға мотлаҡ иртәнге ашты ашатырға кәрәк. Балаға файҙалы аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һайларға, бала саҡтан уҡ туҡланыу ҡағиҙәләрен һәм сәләмәт йәшәү рәүешен өйрәтеү - ата-әсәләрҙең мөһим бурысы, - ти йәш белгес.