Һаулыҡ – бәхетле йәшәү шарттарының береһе.
Яҡты донъяға килеү менән кеше иң беренсе табиптар, шәфҡәт туташтары менән осраша. Бер тапҡыр ҙа табипҡа барып ҡарамаған кеше юҡтыр ул. Ауырып китһәк тә, сәләмәтлек буйынса кәңәш кәрәк булһа ла дауаханаға юл алабыҙ. Ә дауахана хеҙмәткәрҙәренең эше көсөргәнешле булһа ла, сауаплы, сөнки улар иң ҡиммәтле байлыҡ - кеше ғүмерҙәре һағында торалар.
“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы һөҙөмтәләре нисек, район дауаханаһының төп проблемалары ниндәй, ниндәйерәк үҙгәрештәр көтөлә, үҫеш өсөн ниндәй эштәр башҡарыла?
- Илмир Фәнил улы, йәйгеһен “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы үтте, уларҙың һөҙөмтәләре нисек?
- 26 июлдән 16 авгусҡа тиклем “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә районда белгес-табиптарҙың күсмә бригадаһы эшләне. “Сәләмәтлек поезы” Әбделмәмбәт, Байназар, Яңы Монасип, Аҫҡар һәм Иҫке Собханғол ауылдарында 3-4 көн халыҡты ҡабул итеп, көнөнә 70-75 кешегә тикшереү үткәрҙе. Автопоезд составына ике һаулыҡ үҙәге, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының диагностик модуле, республика стоматология поликлиникаһының стоматологик модуле, күсмә маммограф һәм флюорограф инде. Акцияла участка терапевтары һәм педиатрҙар, онколог, хирург, офтальмолог, эндокринолог, дерматолог, травматолог, акушер-гинекологтар ҡатнашты.
Акция сиктәрендә 1107 кеше тикшереү үтеп, 426 сир асыҡланды. Шуларҙың 7-һендә яман шеш ихтималлығы шик аҫтына алынды, 73 шәкәр диабеты, 239 юғары ҡан баҫымы осраҡтары теркәлде. Күсмә флюорограф 1003 кешене ҡарағандан һуң, 32 патологик үҙгәрештәр табылды, шуларҙың 2 осрағында яман шеш ихтималллығы шик аҫтына алынды. 360 ҡатын-ҡыҙ маммография үтте, 33 патология осраҡтары билдәләнде, шуларҙың 2 осрағы яман шеш булыуы мөмкин.
Стоматологик модулдә 210 кеше тештәрен дауаланы.
“Диагностика” мобиль модулендә Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы белгестәре 469 кешене ҡараны, 365 тикшереү үткәрҙе.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 20 сентябрь һанынан уҡығыҙ.