Беренсе ярҙам – ул кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән тиҙ саралар комплексы. Бәхетһеҙ осраҡ, сирҙең ҡапыл киҫкенләшеүе, ағыуланыу – бөтә был ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа грамоталы тиҙ ярҙам күрһәтеү мөһим.
Юғалып ҡалмай, грамоталы итеп тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн түбәндәгеләрҙе иҫтә тотоу шарт:
-Беренсе ярҙам күрһәткәндә башта үҙегеҙгә бер ниндәй ҡурҡыныс та янамауына ышанығыҙ.
-Зыян күреүсенең һәм тирә-яҡтағыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итегеҙ.
-Зыян күреүсенең йәшәү билдәләре бармы-юҡмы, аңындамы-юҡмы икәнлеген тикшерегеҙ (пульс, тын алыу, күҙ алмаһының яҡтылыҡҡа реакцияһы бармы-юҡмы). Тын алышын тикшереү өсөн зыян күреүсегә эйелеп, уның ауыҙы, танауы тирәһенә ҡолаҡты ҡуйып, иғтибар менән тыңларға кәрәк. Пульсын белеү өсөн уның йоҡо артерияһына бармаҡты ҡуйып ҡарарға, аңындамы-юҡмы икәнен белеү өсөн зыян күреүсене яурынынан тотоп ипләп кенә һелкетергә һәм уға ниндәйҙер һорау бирергә кәрәк.
Белгестәрҙе саҡырыу мотлаҡ (112 – кеҫә телефонынан, 03 (тиҙ ярҙам) ҡала телефонынан, 01 – ҡотҡарыусылар).
Кисектергеһеҙ тәүге ярҙам, ситуацияға ҡарап, түбәндәгеләр булыуы мөмкин:
-тын юлдарын таҙартыу һәм һауа үтә алырлыҡ итеп тергеҙеү;
-йөрәк-үпкә реанимацияһы;
-ҡанды туҡтатыу саралары һ.б.
Ауыҙҙан ауыҙға яһалма һулыш
1. Өҫкө һулыш алыу юлдарынан һауа үтеүҙе тәьмин итегеҙ. Зыян күреүсенең башын ҡырын бороп, ауыҙ эсен ҡандан, башҡа сит предметтарҙан таҙартығыҙ. Танау ҡыуышлығын да тикшереп, кәрәк булғанда таҙартыу шарт.
2. Бер ҡулығыҙ менән елкәһенән тотоп, башын артҡараҡ һалығыҙ.
3.Берәй төрлө инфекция йоҡтормаҫ өсөн, зыян күреүсенең ауыҙына салфетка, яулыҡ, берәй туҡыма киҫәге йәки марля ҡаплағыҙ, унан баш һәм күрһәтеүсе бармаҡтарығыҙ менән танауын тотоғоҙ. Артабан тәрән итеп тын алып, ауыҙына һауа ағымы ебәрегеҙ.
Тәүге 5-10 тапҡыр быларҙы тиҙ генә эшләргә (20-30 секунд эсендә), унан минутына 12-15 тапҡыр менән сикләнергә.
4. Зыян күреүсенең күкрәк ситлегенең хәрәкәтенә иғтибар итергә. Әгән һеҙ тын ебәргәндә зыян күреүсенең күкрәге күтәрелә икән, тимәк, дөрөҫ эшләйһегеҙ.
Бынан тыш, йөрәккә тура булмаған массаж яһарға ла мөмкин (интернетта уның техникаһы менән танышырға мөмкин).
Ул ризыҡ йәки башҡа сит әйбер кешенең трахеяларына эләгеп, уларҙы ҡаплаған осраҡта эшләнә. Билдәләре: тәрән итеп тын ала алмау, кеше йүткерә, тулыһынса ҡапланһа – үңәсенә тотона. Бите күгәрә, үңәсендәге тамырҙары шешә башлай.
Зыян күреүсенең артына баҫып, уны арттан ҡосаҡлап алығыҙ. Ҡулығыҙ ҡабырға дуғаһы аҫтынан, кендектән өҫтәрәк булырға тейеш. Зыян күреүсене ҡапыл эйелтеп, ҡорһағына ныҡ итеп баҫығыҙ. Тын юлдары сит әйберҙәрҙән азат ителгәнгә тиклем быны бер нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ.
Әгәр баланың тын юлына сит әйбер эләкһә, уны эсенә әйләндереп, ҡалаҡ һөйәктәре араһына 2-3 тапҡыр һуҡҡылап алырға кәңәш ителә. Тик һаҡ булығыҙ. Бала йүткереп, сит әйберҙе сығарған хәлдә лә табипға мөрәжәғәт итегеҙ.
Ныҡ өшөү (гипотермия) – кешенең тән температураһының ҡәҙимге матдәләр алышыныуын тотоу өсөн кәрәк булған норманан түбән төшөүе.
Был осраҡта зыян күреүсене йылы бинаға индерергә йәки йылы әйберҙәргә төрөргә кәрәк. Ыуырға кәңәш ителмәй, зыян күреүсе яйлап үҙаллы йылынһа яҡшыраҡ. Уға йылы эсемлек һәм ашарға бирегеҙ. Алкоголь ҡулланыу тыйыла!
Ныҡ өшөү туңыуға ла килтереүе ихтимал. Бигерәк тә тәндең ҡан йөрөшө түбән булған өлөштәре - аяҡ һәм ҡул, танау һәм ҡолаҡ тиҙ туңыусан.
Зыян күреүсене йылы урынға индерергә һәм өҫтөндәге туңған кейемдәрен систерергә кәрәк. Ҡар йәки башҡа берәй туҡыма менән ыуырға ярамай. Тәндең өшөгән өлөшөн йылы итеп урағыҙ. Унан зыян күреүсегә шәрбәтле йәки эҫе эсемлек йәки ризыҡ бирергә кәрәк.
Әлбиттә, бындай бәхетһеҙ осраҡтар булмаһын. Ләкин һәр осраҡҡа ла әҙер булыу зыян итмәҫ.