“Таң”дың 59-сы (23 июль) һанында “Районға табиптар килә” исемле мәҡәләлә маммографтың да килеүе хаҡында телгә алғайныҡ. Әлеге ваҡытта маммограф үҙ эшен башланы, әммә район үҙәк дауаханаһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә маммография үтеүгә теләге булған һәр кем дәғүә итә алмай.
- Республика онкодиспансерынан килгән маммограф быйыл диспансеризация үтеүселәрҙе генә ҡабул итә. Йәғни, ошо көндәрҙә маммографияны үтәсәк кешеләрҙең исемлеге әҙер, улар талон менән генә үтә. Исемлекте беҙ төҙөмәйбеҙ, махсус программа үҙе билдәләй. Ошо акция сиктәрендә йәмғеһе 360 кешене ҡабул итеү ҡаралған, октябрь айында йәнә маммограф саҡыртып, 500 кешене үткәрергә ниәтләйбеҙ, әлеге мәлдә уның буйынса аукцион процедуралары бара. Шулай уҡ килешеү нигеҙендә аҙна һайын райондан 4 кеше Белорет ҡалаһында маммография үтеп тора, унда яҙылыу өсөн участка терапевына йәки профилактика кабинетына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әммә ләкин райондаштар аңлап ҡабул итһен ине: был маммографтар күсмә генә, йәғни, ябайыраҡ. Әгәр пациенттың сире бар йәки сиргә шик бар икән, уға тәүҙә онкологка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Маммографиямы, УЗИ-мы, компьютер йә магнит-резонанс томографияһымы үтергә кәрәк икән, табип үҙе йүнәлеш бирәсәк, - ти район үҙәк дауаханаһының поликлиника мөдире Илнур Иманғолов.