“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә районға белгес-табиптарҙың күсмә бригадаһы килеүе көтөлә.
Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһынан эндокринолог, невролог, дерматолог, диагностика бүлегенән белгес-табиптар, Сибай ҡалаһынан күсмә флюорограф, республика онкодиспансерынан маммограф килеүе көтөлә.
Күсмә маммограф Байназарҙа һәм Иҫке Собханғолда алдан яҙылыу буйынса ҡабул итәсәк. Алдан яҙылыу өсөн участка терапевтына йәки район дауаханаһының профилактика кабинетына (8-се) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән паспорт һәм полис алып барыуығыҙ һорала.
26, 27, 28 июль – Әбделмәмбәт;
26 июль-2 август Байназар (маммограф);
31 июль-2 август – Байназар;
3, 4, 7 август – Яңы Монасип;
11, 14-16 август – Иҫке Собханғол;
3-10 август - Иҫке Собханғол (маммограф).
Барлыҡ һорауҙар буйынса участка терапевтарына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Белешмәләр өсөн телефондар: 3-62-02, 8-905-30-76-885.