Мәһәҙейҙә – башланғыс, Байназарҙа урта мәктәпте тамамлаған ҡыҙ, үҙенең тиҫтерҙәре һымаҡ, ауыл еренең бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшенә күмелеп, күп балалы ғаиләлә эш мәнеһе белеп, үҙ аллы, туған йәнле булып үҫә. Мәктәп осоронда спорт менән дуҫлығы нығый, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай.
Туғыҙынсы класты бөткәс, ауылдашы Нурия апай Сәйәхова етәкселегендә әхирәте, класташы Зөлхизә Ғөбәйҙуллина менән Бешәке йәйләүендә өс ай бейә һауа Фәйләрә. Нурия апай ҡымыҙ бешә, йәштәрҙе эшкә өйрәтә.
10-сы класты уңышлы тамамлаған ҡыҙ, балалыҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында, медицина училищеһына уҡырға китергә уйлай. Тик атаһы Бәхтинур ағай ҡыҙын институт бөтөрткөһө, ауыл хужалығы белгесе итеп күргеһе килә – иҡтисад факультетына барасаҡһың, тип, йүгереп йөрөп документтар йыя: 3 ай бейә һауғанлығына колхоздан хеҙмәт кенәгәһе яҙҙыртып ала, йүнәлтмәһен дә таба, ауыл советынан күп балалы ғаилә булараҡ белешмәһен дә йүнләй, икенсе ҡыҙы Миңлегөлгә эйәртеп, Фәйләрәне Өфөгә, ул ваҡыттағы ауыл хужалығы институтына, ебәрә.
Дауамын "Таң" гәзитенең 19 июль һанынан уҡығыҙ.