Бөтә яңылыҡтар

Һаулыҡ һағында – 90 йыл

Ошо көндәрҙә 90 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк район үҙәк дауаханаһының быуатҡа торошлоҡ тарихы, даны, кеше һаулығы, ғүмере хаҡына атҡарған баһаһыҙ эштәре бар.

Ошо көндәрҙә 90 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк район үҙәк дауаханаһының быуатҡа торошлоҡ тарихы, даны, кеше һаулығы, ғүмере хаҡына атҡарған баһаһыҙ эштәре бар.
Тәүге медицина учреждениеһы
Районда тәүге медицина учреждениеһы 1920 йылдың 17 июлендә Мәндәғолда асыла, сөнки нәҡ ошо ауыл Йылайыр кантонының Бөрйән волосының тәүге үҙәге була.Фельдшерлыҡ пункты мөдире Зәки Аҙнабаев бында пункт 1924 йылда Иҫке Мөсәткә – волостың яңы үҙәгенә күскәнгәсә эшләй. Ул Йылайырға киткәс, 1924 йылда Аҙнабаевты Григорий Лукьянов алмаштыра.
1927 йылда Иҫке Мөсәттәге фельдшерлыҡ пункты Иҫке Собханғолға күсерелеп, унда урта медицина белеменә эйә белгес Александр Леонов эшләй.
1928 йылдың декабрендә волость башҡарма комитетының юллауы буйынса ғәмәлдәге фельдшерлыҡ пункты базаһында районда 7 койка-урынлыҡ тәүге дауахана асылып, уның менән фельдшер Г. Лукьянов етәкселек итә.
1932 йылда тағы 3 фельдшерлыҡ пункты асыла. 1936 йылда стационарҙың бер өлөшө файҙаланыуға тапшырыла. 25 койкалыҡ дауахананың 5 урыны – хирургияға, 3-ө – терапияға, 4-е – балаларға, 5-е – тире-венерология, 7-еһе инфекциялы сирлеләргә, 1-әүһе бала табыуға бүленә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға дауаханала урындар һаны 40 койкаға етә.
1941 йылда районда тиф эпидемияһы башлана. Тимер ауылында тиф сирлеләр өсөн барак асыла. Район һаулығын һаҡлау Иҫәнғазы ауылы кешеһе Вәлиулла Иҫәнғазинға йөкмәтелә. Дауахананың баш табибы Р. Михайлицина Бөрйән районына ебәрелгән беренсе дипломлы табип була. 1940 йылда районға тағы 3 табип – Тельнова, Алеева, Агришкиндар ебәрелә. 1940 йылғаса райондың һаулыҡ һаҡлау бүлеген А.Маликов етәкләй.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа районда һаулыҡ һаҡлау торошо әллә ни үҙгәрештәр кисермәй. Ауылдарҙың бер-береһенән алыҫ булыуын, юлдарҙың насарлығын иҫәпкә алып, 1947 йылда Аҫҡарҙа табип амбулаторияһы, 1948 йылда Байназарҙа участка дауаханаһы асыла. 1950 йылда районда 3 табип участкаһы, 8 ФАП һәм 5 трахоматоз пункты була.
Район үҙәк дауаханаһының тарихы һәм бөгөнгөһө тураһында тулыраҡ «Таң» гәзитенең бөгөнгө һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: