БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2018 йылдың 29 авгусында сыҡҡан “2019 йылда стоматология кабинетының күсмә эшен ойоштороу тураһында” бойороғо менән раҫланған графикка ярашлы, 17 июндән 21 июнгә тиклем Байназар ауылында Республика стоматология поликлиникаһының күсмә стоматология модуле эшләйәсәк. Граждандарға бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә көн һайын 9.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем һәм 14.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем стоматолог-хирург, стоматолог-терапевт һәм балалар стоматологы район халҡын ҡабул итә. Алдан яҙылыу талап ителмәй. Белешмәләр өсөн телефондар: 3-53-66, 3-41-21.