Бөтә яңылыҡтар

«Йондоҙ»ҙар менән зарядка

7 апрелдә Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле янында старт алған «Йондоҙҙар менән зарядка» акцияһының эстафетаһына 24 майҙа бөрйәндәр ҙә ҡушылды. Район үҙәгендәге ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар Иҫке Собханғол урта мәктәбе алдындағы майҙанға сыҡты.

“Алға, Башҡортостан!” девизы аҫтында үткән иртәнге зарядка райондашыбыҙ, спортсы, гер күтәреү буйынса донъя чемпионы Сәмәрә Хәлитова менән башланды һәм билдәле йырсы Иҙел Нурғәлин менән берлектәге матур флеш-моб менән тамамланды. Беҙҙән эстафетаны ут күршеләребеҙ - Баймаҡ районы хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Вадим Ғәбитов менән “Баһадир” физкультура-сәләмәтләндереү комплексы директоры Илшат Хәмитов ҡабул итеп алды.
Акция йондоҙҙар менән иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Читайте нас: