Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
9 Апрель 2019, 14:15

Беҙҙекеләр - беренсе!

Март аҙағында Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика Пленумында тармаҡтың “Юғары социаль әүҙемлек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү” конкурсына йомғаҡ яһалды. Бындай конкурс йыл һайын үткәрелә һәм Бөрйән район үҙәк дауаханаһы унда йыл һайын әүҙем ҡатнаша.

Март аҙағында Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең республика Пленумында тармаҡтың “Юғары социаль әүҙемлек һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү” конкурсына йомғаҡ яһалды. Бындай конкурс йыл һайын үткәрелә һәм Бөрйән район үҙәк дауаханаһы унда йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Конкурста ойошманың эше 4 категория буйынса баһалана: учреждениеның төп финанс-иҡтисади күрһәткестәре; хеҙмәткәрҙәрҙең мәшғүллеге һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү; хеҙмәткә түләү һәм социаль гарантиялар; хеҙмәтте һаҡлау.
2018 йыл йомғаҡтары күрһәтеүенсә, барлыҡ күрһәткестәр буйынса ла Бөрйән район үҙәк дауаханаһы Башҡортостандың ауыл ерендә урынлашҡан һаулыҡ һаҡлау ойошмалары араһында беренсе урын яуланы.
Район үҙәк дауаханаһының баш табибы И. Фәтҡуллинды, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе Р.Мөхәмәтйәнованы һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен был шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар насип булыуын теләйбеҙ.
Т. ЙЫҺАНУРОВА.
Читайте нас: