Бөтә яңылыҡтар

Һаулыҡҡа битараф булмайыҡ

1993 йылда Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы туберкулез ауырыуын милли фажиғә, ә 24 мартты туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип иғлан иткән.Йыл һайын планетабыҙҙа 8 миллион самаһы кеше ошо сир менән зарарлана. Уларҙың 3 миллионы вафат була. 

1993 йылда Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы туберкулез ауырыуын милли фажиғә, ә 24 мартты туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип иғлан иткән.
Йыл һайын планетабыҙҙа 8 миллион самаһы кеше ошо сир менән зарарлана. Уларҙың 3 миллионы вафат була. 
Туберкулез организмдың бөтә ағзаларын һәм системаларын (тырнаҡ һәм сәстән башҡа) тиерлек зарарлай. 
Был сир үҙенсәлекле шешеү, елһенеү процесы барлыҡҡа килеү менән характерлана. Әммә йышыраҡ туберкулез тын юлы ағзаларын зарарлай. Инфекция күберәк һауа-тамсы юлы менән тарала, һирәк осраҡта контакт-көнкүреш юлы аша йоғорға мөмкин. Сир таратыу сығанағы - ауырыу кеше йә иһә йорт хайуандары. Шулай уҡ ҡайнатылмаған һөт эсеү, бешеп етмәгән ит, йомортҡа ашау, ауырыу йорт хайуанын тәрбиәләү һөҙөмтәһендә лә сир йоғоуы ихтимал. Туберкулез йоҡҡанда ауырыу билдәләре һиҙелмәҫкә лә мөмкин.
Был ҡурҡыныс сирҙең классик билдәләре:
2–3 аҙнаға һуҙылған йүтәл (ҡанлы ҡаҡырыҡ менән), аппетит юғалыуы, тән ауырлығының кәмеүе, тән температураһының күтәрелә барыуы, төндәрен ныҡ тирләү, күкрәк тәңгәлендә ауыртыу, дөйөм хәлһеҙлек, арығанлыҡ тойғоһо.
Үҙегеҙҙә үрҙә аталған билдәләрҙең берәйһен генә һиҙә ҡалһағыҙ ҙа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
ХХ быуатҡа тиклем туберкулез (үпкә сире) дауалай алмаҫлыҡ сир булып иҫәпләнгән һәм сирле үлемгә дусар булған. Бөгөн уны еңергә мөмкин. Ауырыу ни тиклем иртәрәк асыҡланһа, дауалау эффектлылығы шул тиклем күтәрелә. Туберкулездың ваҡытында асыҡланған бәләкәй формалары йоғошло түгел. Күп осраҡтарҙа туберкулезды диагностикалау өсөн флюорография үтеү ҙә етә, балаларға ла йыл һайын диагностика үткәрергә кәрәк. Бөгөн районда был сирҙе асыҡлау өсөн шарттар бар - заманса флюорографик аппарат эшләй. Әгәр үпкәлә үҙгәрештәр булыуы асыҡланһа, пациент белгескә ебәрелә.
Туберкулез еңелмәгән әле, ул беҙҙең арала. Сәләмәт тормош, ваҡытында флюорографик тикшереү үтеү хәүефле сирҙе иҫкәртеүҙең иң ышаныслы саралары булып ҡала.
Районда туберкулез менән хәл тотороҡло. Йыл һайын тәүге тапҡыр сирләүҙең 6-7 осрағы асыҡланып тора. Нигеҙҙә, үпкә туберкулезы өҫтөнлөк итә.
Һуңғы 4 йылда туберкулез менән сирләүсе балалар асыҡланмауы ҡыуандыра. Хроник туберкулез менән ауырыусылар араһында булған үлем осраҡтары икенсе сирҙәргә бәйле. Тәғәйен алғанда, 2018 йылда 2 туберкулез сирле кеше бауыр циррозы һөҙөмтәһендә вафат булды, 2019 йылда ошо уҡ сәбәптән йәнә бер сирле яҡты донъя менән хушлашты.
Сирҙәре яңы асыҡланғандар араһында дауалау режимын тотоусыларҙың һауығыу күрһәткесе һуңғы 3 йылда 100 процент тәшкил итә. Был мәкерле сирҙе – тын юлдары туберкулезын иртә асыҡлауҙа иң ышаныслы ысул – флюорография. Әйтәйек, 2018 йылда медицина күҙәтеүе (медосмотр) ваҡытында - 6, шәхси мөрәжәғәт иткәндәр араһынан 1 сирле асыҡланды. 2017 йылда медосмотр ваҡытында 4 сирле, шәхси мөрәжәғәт иткәндәр араһынан 2 сирле асыҡланғайны.
Балаларға яһала торған (йылына бер тапҡыр) прививканың да әһәмиәте бик ҙур. Был кешенең туберкулез менән сирләйме-юҡмы икәнлеген асыҡлап, туберкулез инфекцияһына контролде тәьмин итеү йәһәтенән яҡшы.
Райондаштар! Үҙ сәләмәтлегегеҙгә битараф булмағыҙ, күҙәтеү үтеп тороғоҙ. Сөнки был сир бик мәкерле.
Рәйсә Вәлитова,
район үҙәк дауаханаһының фтизиатрия кабинеты шәфҡәт туташы.
Читайте нас: