Аҫҡар фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләүсе Гөллиә Сәғит ҡыҙы Йәрмөхәмәтова сирек тиҫтә йылға яҡын кешеләргә йылмайыу бүләк итә. Нисек, тиерһегеҙ. Яп-ябай: тештәрҙе йә һурып, йә дауалап. Теш һыҙлауын дошманыңа ла теләмә, тип бушҡа әйтмәйҙәр. Алтын ҡуллы табип янына ҡурҡа-ҡурҡа барған һәр кеше киң йылмайып килеп сыға – теш бәләһенән ҡотола.
- Стәрлетамаҡтағы медицина колледжын 1996 йылда тамамланым да Иҫке Собханғолда дауаханала эш башланым. Ул ваҡыттағы баш табип Фәиз Мырҙағолов менән баш теш табибы Фәнәүис Кучумов ағайҙар мине бер кресло менән ҡуша бында, Аҫҡарға, ебәрҙеләр. Уларҙың хәйер-фатихаһында 23 йыл эшләп ташланылған. Миңә төрлө ауылдарҙан киләләр. Бинабыҙ ҙур, матур. Ауыл фельдшеры Гөлфиә Ғәлиуллина менән килешеп эшләйбеҙ.
Заманында был дауахана гөрләп торҙо инде ул. Участка терапевы Нәғимов Артур Әфләх улын халыҡ бик яратты. Үҙебеҙҙең “тиҙ ярҙам” машинаһы, физкабинет булды.
Көнөнә 9-10 кешене ҡабул итәм. Минең өсөн иң мөһиме – килгән кеше риза булып ҡайтһын, - ти Гөллиә Сәғит ҡыҙы.