Бөтә яңылыҡтар

Мораҙымдар мораҙына иреште

Үткән аҙнала Мораҙым ауылы халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды - яңы модулле ФАП асылды.Тантанала ауыл халҡы, район хакимәте башлығы Рөстәм Шәрипов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғускаров, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Зәки Әлибаев, Айнур Бейембәтов, ҡунаҡтар ҡатнашты.

Үткән аҙнала Мораҙым ауылы халҡы өсөн
ҡыуаныслы ваҡиға булды - яңы модулле ФАП асылды.
Тантанала ауыл халҡы, район хакимәте башлығы Рөстәм Шәрипов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғускаров, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары Зәки Әлибаев, Айнур Бейембәтов, ҡунаҡтар ҡатнашты.
- Быға хәтлем булған бина һыуыҡ, нигеҙенә бәшмәк төшкән ине. Күмәкләгән - яу ҡайтарған - ауыл халҡы, район хакимиәте менән берлектә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына хат яҙып, модулле ФАП-лы булдыҡ. Ул халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итһен, матур, йылы булһын, - тине Рөстәм Динислам улы.
- Бындай модулле ФАП асылыуы бик ҡыуаныслы. Балалар кәмеһә, ауыл да бөтәсәк. Бындай биналар төҙөү киләсәктә лә дауам итәсәк. Сөнки беҙҙең төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе - халыҡ һаулығы, - тине үҙенең ҡотлау һүҙендә Зариф Закир улы.
- Ер ҡарҙан әрселгәс, бинаны матур итеп кәртәләп алыу һәм буяп ҡуйыу эштәрен башҡарасаҡбыҙ, - тине ауыл хакимиәте башлығы Айрат Салауатов.
«Ағинәйҙәр» ойошмаһының «Әрәүәрҙе» фольклор ансамбле һәм «Аратау» фольклор ансамбле, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ла үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙеләр.
Мораҙымдар мораҙына иреште. Утыҙ йылдан ашыу халыҡҡа хеҙмәт итеүсе фельдшер Миңлебикә Тулыбаева ла ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Байрам һуңынан Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байназар ауылында йәшәүсе, интернет киңлектәрендә танылыу алған Иҙрис Науразбаевтың өйөнә инеп (аҫтағы фото), үҙе вәғәҙә иткәнсә, уның менән сәй эсеп, хәл-әхүәлдәрен белеште.
М. Нәбиуллин.
Читайте нас: