Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы һәм Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығының Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондарындағы территориаль бүлеге грипты һәм киҫкен респираторлы-вируслы инфекцияны (ОРВИ) иҫкәртеү буйынса 18 февралгә тиклем 10.00-16.00 сәғәттәрҙә түбәндәге телефондар аша ҡыҙыу бәйләнеш үткәрә: 8-800-100-47-67, 8(34792)3-17-75.
Белгестәр грипп һәм ОРВИ сирҙәре тураһындағы эпидемик хәл, иммунлаштырыуҙың өҫтөнлөктәре, специфик булмаған профилактика, белем биреү ойошмаларындағы сикләү саралары тураһында һ.б. һорауҙарға яуап бирәсәк.