2018 йылдың декабрендә минең тарафтан РФ енәйәт кодексының 111-се статьяһының 4-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт буйынса (зыян күреүсенең үлеменә сәбәп булырлыҡ итеп аңлы рәүештә кеше сәләмәтлегенә ауыр зыян килтереү) дәүләт ғәйепләүе хупланды. Ул Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсенең үлеме менән бәйле.
Бергәләп спиртлы эсемлектәр ҡабул иткән ваҡытта, ғәйепләнеүселәр һүҙҙәренә ҡарағанда, улар әсетелгән бал һәм араҡы эскәндәр, артыҡ ҙур булмаған сәбәп арҡаһында өй хужаһы менән зыян күреүсе араһында ыҙғыш сыға.
Зыян күреүсенең шешәләштәренең береһе, Әбделмәмбәт ауылы кешеһе, зыян күреүсенең башына йоҙроғо менән һуға. Ә өй хужаһы аяғын һәм ҡулдарын ғына эшкә егеп ҡалмай, тәртешкәне лә енәйәт ҡоралы итеп ҡуллана. Уның менән бер нисә тапҡыр зыян күреүсенең башына, кәүҙәһенә тондора. Был ғына етмәгән кеүек тойолған, күрәһең, ҡулына көрәк алып, шуның менән туҡмай башлай. Көрәк һынып китә хатта.
Был ҡаты ыҙғыштың өсөнсө ҡатнашыусыһы ла, Мораҙым ауылы кешеһе, ситтә ҡалмай, ул зыян күреүсенең эсенә бер нисә тапҡыр тибә.
Был тиклем туҡмалыуҙан зыян күреүсе иҫен юғалта. Шешәләштәре уның хәлен яҡшыртыу өсөн бер ниндәй ҙә сара күрмәй, медицина ярҙамы күрһәтмәй, йоҡларға яталар.
Бары тик икенсе көнөнә иртәнсәк кенә зыян күреүсенең әсәһе әлеге өйҙөң иҙәнендә улының ҡанға батҡан кәүҙәһен таба.
Суд-медэкспертиза һығымтаһынан күренеүенсә, зыян күреүсегә түбәндәге йәрәхәттәр һалынған: баш һөйәге-мейенең ябыҡ йәрәхәте, башта күп һанлы ҡан һауыуҙар һәм асыҡ яралар, танау һөйәге һынған, ирендәре ярылған, баштағы йомшаҡ туҡымаларға күп һанлы ҡан һауыуҙар булған, зыян күреүсенең тәнендә 54 яра... Ошо тән йәрәхәттәренән егет ваҡиға урынында йән биргән.
Минең тарафтан ике ғәйепләнеүсегә ҡарата, уларҙың законһыҙ ғәмәлдәре арҡаһында кеше вафат булыуын иҫәпкә алып, 12-шәр йылға ҡаты режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына иректән мәхрүм итеү язаһы тәҡдим ителгәйне. Шул уҡ ваҡытта суд тарафынан уларға ҡаты режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһына 7 йылға иректән мәхрүм итеү рәүешендә яза билдәләнде.
Суд ҡарары менән килешмәй, БР юғары судына был язаның йомшаҡ булыуы хаҡында апелляция ебәрелде. Бөгөнгө көнгә ул ҡаралмаған.
2018 йылдың декабрендә шулай уҡ РФ Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө, 105-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса (ике кешегә үлтереү менән янау) енәйәт эше ҡаралды.
Был енәйәт шулай уҡ ныҡ иҫерек хәлдә ҡылынған.
Көн дауамында өс ир-ат араҡы ғына түгел, көмөшкә лә эсәләр.
Ғәйепләнеүсе, зыян күреүсенең һүҙҙәренә ҡарағанда, уны ҡапыл уятҡан һәм мөйөшкә ҡыҫырыҡлаған. Шул уҡ ваҡытта, һәр ҡулына берәр бысаҡ тотоп, уға үлтереү менән янаған. Бысаҡ менән ынтылғанында зыян күреүсе ялтанып, ҡулын ҡуйып өлгөргән. Һөҙөмтәлә, бысаҡ күкрәгенә түгел, ҡулына эләккән.
Шау-шыуға өсөнсө шешәләштәре уянып киткән һәм ғәйепләнеүсене тынысландырырға тырышҡан, ләкин бысаҡ тотҡан шешәләше инде бысағы менән уға ташланған. Битенә, ҡулына, аяғына бысаҡ эләгә. Бары тик ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәре арҡаһында ғына улар тере ҡалғандар һәм өйҙән сығып ҡаса алғандар.
Суд тарафынан ғәйепләнеүсегә ҡарата яза сығарылды – ул 8 йыл 2 ай ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында буласаҡ.
Енәйәт эшен ҡарау барышында унда ҡатнашыусыларҙан берәү ҙә ғәйепләнеүсенең агрессив ҡылығын аңлата алманы. Ырғыҙлы ауылында йәшәүселәр уны ыңғай яҡтан ғыны ҡылыҡһырлай.
Был үрҙә килтерелгән осраҡтар районда енәйәттәрҙең, нигеҙҙә, эскән килеш башҡарылыуын дәлилләй. Иҫеректәр үҙҙәренең ҡылығын контролдә тота алмай, аяуһыҙлыҡ, ҡанһыҙлыҡ һәм агрессия күрһәтә.
Көмөшкәне, әсегән балды, контрафакт араҡыны законһыҙ һатыу граждандарға ҡарата ҡылынған ауыр енәйәттәр һанын арттырҙы. Йәп-йәш егеттең үлеме буйынса ғәйеп тә улар өҫтөндә ята. Сөнки контрафакт араҡының кешенең ҡылығына нисек тәьҫир итерен белмәйбеҙ. Бәлки, сиктән тыш аяуһыҙлыҡ һәм агрессия шуның менән аңлатылалыр.
Шуға күрә йәш кешеләргә, бындай осраҡтарға тарымаҫ өсөн, араҡы эсеүҙең самаһын белергә, рөхсәте булмаған кешеләрҙән алкоголь һатып алмаҫҡа кәрәк. Сөнки бындай алкоголь составында ағыулы һәм кеше сәләмәтлегенә һәм холҡона кире йоғонто яһай торған матдәләр булыуы ихтимал.