Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
29 Ғинуар 2019, 12:35

Беҙ атайҙы ҡарғаманыҡ, рәнйеү булғандыр инде...

“Бәләкәй саҡта атайым эсеп ҡайтһа, беҙгә көн бөтә торғайны. Ҡышмы, яҙмы, көҙмө – ҡарап тормай, беҙҙе, өс балаһын, тышҡа ҡыуып сығара. Әсәй йәһәт кенә кеҫәмә шырпы тыға һала. Иң өлкәне булараҡ, ике ҡустымды өшөтмәү – минең елкәлә. Утынлыҡтан тап-топ йыйып ҡара мунсаға алып инеп, көс хәл менән усағына ут тоҡандырам да туғандарымды шул мейес ауыҙында ҡосаҡлап алып ултырам. Ул сыра ғына ҡайҙан йылытһын инде. Шул тиклем ныҡ өшөтә. Атай ишетеп ҡалмаһын тип, һығылып ҡына илайбыҙ. Көҙҙәрен туғандарымды кәртә башына алып менеп, бесәнде тәрән итеп соҡоп, шунда ҡосаҡлап алып ятам"...

“Бәләкәй саҡта атайым эсеп ҡайтһа, беҙгә көн бөтә торғайны. Ҡышмы, яҙмы, көҙмө – ҡарап тормай, беҙҙе, өс балаһын, тышҡа ҡыуып сығара. Әсәй йәһәт кенә кеҫәмә шырпы тыға һала. Иң өлкәне булараҡ, ике ҡустымды өшөтмәү – минең елкәлә. Утынлыҡтан тап-топ йыйып ҡара мунсаға алып инеп, көс хәл менән усағына ут тоҡандырам да туғандарымды шул мейес ауыҙында ҡосаҡлап алып ултырам. Ул сыра ғына ҡайҙан йылытһын инде. Шул тиклем ныҡ өшөтә. Атай ишетеп ҡалмаһын тип, һығылып ҡына илайбыҙ. Көҙҙәрен туғандарымды кәртә башына алып менеп, бесәнде тәрән итеп соҡоп, шунда ҡосаҡлап алып ятам. Әсәйҙе көтәбеҙ шулай. Атай уны сығармай. Бер тапҡыр унан ысҡынып, беҙҙең арттан сығырға иткәс, сәсенән тотоп, башын ишек яҡтауына ҡуша һуҡҡан... Аҙаҡтан атай эскән көндәрҙә әсәй мунсаға эңерҙә ут яға һалып ҡуя башланы. Атай күреп ҡалһа, тағы болара. Ул йоҡлап китһә, әсәй ипләп кенә сығып, беҙҙе эҙләп ала ла... шым ғына һыҡтап илай. Ҡайһы саҡ уны көтөп-көтөп, йоҡлап китәбеҙ. Атай оҙаҡ йоҡламай аптырата бәғзе көндәрҙә. Ишекте ипләп кенә асып, шым ғына инеп ятабыҙ. Эй шундағы өйгә ингәс ҡыуаныуҙар... Йылы өй иң ҙур бәхет һымаҡ тойола ине.
Уға ҡәҙәр, атай эсеп йөрөһә, әсәй, тәҙрәнән ҡарай-ҡарай, йүгереп йөрөп беҙҙе тиҙ генә туйындыра ла, карауат аҫтарына урын һалып йоҡларға индереп ебәрә ине. Тик бер мәлде бәләкәй ҡустым эште боҙҙо – әсәй, һыуһаным, тип иланы ла ебәрҙе. Былау ашағайныҡ шул. Атай был хәйләне белеп ҡалғас, әсәйгә ташланды. Карауат аҫтындағы ишеткән-кисергәндә-әр... Иртәнсәк, етмәһә, уҡырға барырға кәрәк. Шунан ниндәй генә белем алаһың инде. Юғары белем ала алмаһаҡ та, юғалып ҡалманыҡ – ике ҡустым да колледж тамамлап, үҙҙәрен һәм ғаиләләрен аҫрарлыҡ һөнәргә эйәләр. Мин, берҙән, әсәйемде, ҡустыларымды йәлләп, икенсенән, ҡустыларым уҡыһын, тип ҡырға уҡырға китмәнем. Ләкин бөгөн ныҡлы аяҡҡа баҫтым, шөкөр. Эшләйем тигән кешегә мөмкинлектәр етәһе.
Беҙ үҫтек инде. Тик атай һаман эсеүен ташлай алмай йөрөп, аяғын туңдырып ҡуйҙы. Ҡырҡтылар. Хәҙер кинйә ҡустым ҡарамағында. Тик ул ҡустыбыҙ эсештерә. Атай ауыҙ асып һүҙ әйтә алмай. Үҙеңде бел, тип кенә ебәрә. Атай йәл булып китә шулай ҙа. Үҙебеҙҙең туңып ултырған мәлдәрҙе иҫләп, Хоҙайҙың язаһымы икән, тип тә ҡуям... Беҙ былай атайҙы ҡарғаманыҡ, рәнйеү булғандыр инде...”
Инде үҙе атай булған уҙамандың ошо хәбәре нисә йыл күңелгә тынғы бирмәй. Ул тарихты һөйләгән кеше Өфөгә яҡын районда бөгөн ҙур, матур өй һалып инеп, балалар үҫтерә, улар кеше булһын өсөн тырыша, бөтөнләй эсмәй. Атанан күреп уҡ юнмаған уландар ҙа бар, шөкөр...
Эскелек күпме ғаиләләрҙе емергән, күпме балаларҙың күңеленә мәңге уңалмаҫ яра һалған, уларҙы етем иткән иң аяуһыҙ һәм мәкерле дошман.
Енәйәттәрҙең, айырыуса ауыр енәйәттәрҙең 80 процент самаһы эскән кешеләр тарафынан ҡылына тигән мәғлүмәт бар. Эскелек инде замана бәләһенә генә түгел, афәтенә әйләнде.
Интернет киңлектәрендә ошо арала бер видео хасил булды. Ҡыпсаҡтар төшөргән. Бер төркөм активистар йыйылып, законһыҙ араҡы, көмөшкә һатҡан нөктәләргә рейд яһағандар һәм уның барышын видеоға төшөрөп йөрөгәндәр. Күптәребеҙ һүҙ һөйләүҙән ары китә алмағанда ҡыпсаҡтар тәғәйен эшкә күскәндәр.
Шулай итеп, “мәңгелек туңлыҡ”ҡа әйләнеп барған боҙ ҡуҙғала башланы һымаҡ. Байназарҙа үткән сара ла шуға дәлил. Унда Байназар ауыл биләмәһе ауылдарынан сәләмәт тормош алып барған әүҙем ир-егеттәр йыйылды.
- Полиция үҙе генә көрәшә алмай эскелек менән, хакимиәт, халыҡ, полиция бергәләп көрәшергә тейеш. Эскелек арҡаһында нисә кеше үлде, нисә ғаилә тарҡалды, нисә бала етем ҡалды – был һандар ҡот осҡос бит. Хатта бер ғаиләнән эскелек арҡаһында 4-5-әр кеше ваҡытһыҙ вафат булған осраҡтар бар. Эскелек байҙы ла, ярлыны ла аямай. Хәмер менән һатыу итеүселәр – кеше үлтереүселәр.
- Кеше булам, тиһәң, иң тәүҙә үҙеңә үҙең хужа булырға кәрәк. Үҙеңде еңә алмаһаң, эскелекте ташлай алмайһың. Кодировкалау, дарыуҙар ҡулланыу һөҙөмтәһендә генә ҡотолоп булмай был ауҙан.
- Зарланырға ярамай беҙгә. Беҙҙең ялҡаулыҡҡа, үҙебеҙҙе еңә алмауға бүтән кеше ғәйепле түгел. Нисектер аҡса эшләргә ынтылырға кәрәк. Шунда уҡ миллионлап табыш алып булмай, ләкин тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Кеше үлтерә торған ағыу һатып бәхетле булып булмай. Зарланыуҙан туҡтап, үҙебеҙ ҡыбырлай башлаһаҡ, нимәгәлер өлгәшә аласаҡбыҙ.
- Кеше үләме, ғәрип булып ҡаламы, машинаһы менән осамы – хәмер һатыусыларҙың унда эштәре юҡ, уларға аҡса ҡалдырһалар булды.
Ошондай фекерҙәр яңғыраны ир-аттар йыйынында.
Йыйылышта Байназар ауыл хакимиәтенә ҡараған ауылдарҙа ла ағыу һатҡан өйҙәргә рейд яһарға килешелде. Хакимиәт башлығы А. Салауатов әйтеүенсә, Байназар ауылында ғына ла бындай нөктәләр 26 (!) икән. Өйҙәргә рейд яһағанда кешеләргә эскелектең зыяны, законһыҙ араҡы һатҡан өсөн штрафтар күләме, дини яҡтан эскелек тураһында нимә әйтелгән – шулар яҙылған памяткалар ҡалдырып йөрөргә тәҡдим ителде.
Йыйылышта ҡыпсаҡтар үҙҙәренең тәжрибәһе хаҡында бәйән итеп, башта инициатив төркөм төҙөүҙәре хаҡында һөйләне. Шулай уҡ унда мәктәптең спорт залында кискеһен теләгән һәр кем шөғөлләнә ала икән.
Ҡыпсаҡтарҙың башланғысы ташҡынға әйләнеп, районыбыҙҙың һәр ауылына тапшырылып, һәр законһыҙ араҡы һатыу нөктәһен урап сыҡһын ине. Эскесенән ил биҙгән. Сәләмәт тормош алып барған ағай-эне, ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары, ағинәйҙәр ҡоро ағзалары, уҡытыусылар ҙур көс. Өҫтән нимәлер көтөп, яҡындарыбыҙҙың, туғандарыбыҙҙың ошо ағыу ҡорбаны булғанын тыныс ҡына күҙәтеп ятыуҙың эҙемтәләре тағы ла ауырыраҡ булыуы бик ихтимал.
...Эскелек хаҡында уйлаһам, ҡышҡы һыуыҡта бесән өңөп инеп ятып, йәки туңыуҙан ҡара мунсаның мейесенә ут тоҡандыра алмай яфаланған, һыуыҡта дер-дер ҡалтырай-ҡалтырай иҫерек аталарының йоҡлап киткәнен көткән балалар күҙ алдына килә лә баҫа... Улар һаман шунда ҡалтыранып ултыра төҫлө. Сөнки эсеп боларып, ғаиләһенә тынғы бирмәгән атайҙар, ас сабыйҙарын һыуыҡ өйҙә ҡалдырып, хәмер артынан сығып киткән әсәйҙәр һаман бар бит әле беҙҙең арала...
Т. Сәйфетдинова.
Редакциянан: Мәҡәлә гәзиткә әҙерләнгән ваҡытта Байназарҙа ла рейд үтеүе тураһында мәғлүмәт килеп етте. Афарин! Тимәк, әйткән һүҙ – атҡан уҡ булған. Шулай итеп, халыҡ, ниһайәт, ең һыҙғанып көрәшкә күтәрелде.
«22 ғинуар көнө Байназар һәм Ҡурғашлы ауылдарында спиртлы эсемлектәр һатылған нөктәләргә рейд яһалды. Быға тиклем билдәле 22 нөктәгә инеп сығырға тырыштыҡ. 6 хужалыҡтың ҡапҡалары бикле булыу сәбәпле, өй хужалары менән иҫкәртеү һөйләшеүе үткәреп булманы. Ләкин, ҡурҡып, ишектәрен бикләп ултырғастар, бәлки, ишек шаҡып китеүҙең дә файҙаһы булғандыр, тип ышанабыҙ. Исемлектә булған һәм беҙ инеп сыҡҡан 7 кеше, беҙ һуңғы 2 йылда һатҡаныбыҙ юҡ, тип ант иттеләр, кемдәрҙер, үҙебеҙ өсөн генә эшләйбеҙ, тип аҡланырға тырышты. Хатта беҙ, ышанып, Байназарҙа хәмер һатыусылар 2 йыл элек үк бөткән, беҙ был эшкә һуңлап йәбешкәнбеҙ икән, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, араларында ысынлап та һуңғы йылдарҙа һатыуҙы туҡтатҡандары ла барлығына ышанабыҙ. Рейд барышында һөйләшеүҙәрҙән һуң ”башҡаса спиртлы эсемлектәр һатыуҙы туҡтатабыҙ” тип һүҙҙәрен биргән 8 кеше лә башҡаса спиртлы эсемлектәр һатыу менән булышмай, хәләл аҡса эшләү юлдарын табырҙар тип ышанғы килә. 
Бындай рейдтар киләсәктә лә даими рәүештә үтеп торасаҡ һәм киләһе рейдтарҙа ишектәре асыҡ булған һәм дә өйҙә булмаған спиртлы эсемлектәр һатыусылар менән мотлаҡ һөйләшәсәкбеҙ. 
Был сарала полиция хеҙмәтенән вәкил килеүе лә ҡыуаныслы булды. Алда үтәсәк рейдтар ҙа полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үтәсәк һәм контроль һатып алыу, штрафтар һалыу менән тамамланасаҡ. 
Был сарала ихлас ҡатнашҡан күрше ауыл егеттәренә, Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе егеттәренә һәм район үҙәгенән килгән егеттәргә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. 
Был сараның һөҙөмтәләре булыр тип ышанабыҙ. ”Берҙәмлектә - көс”, ”Күмәкләгән - яу ҡайтарған”тигән девиздар аҫтында бергәләшеп эскелеккә ҡаршы көрәште дауам итербеҙ һәм беҙгә ҡушылыусылар күп булыр тип ышанабыҙ».
Һүрәттә: эскелеккә ҡаршы яу асҡан ир-егеттәрҙең автомобилдәр колоннаһы.
Читайте нас: