Һуңғы көндәрҙә райондаштар араһында Бөрйән дауаханаһы темаһы айырыуса актуаль. Халыҡты борсоған һорауҙарға яуап табыу маҡсатында район үҙәк дауаханаһына юлландыҡ.
Һөйләшеү “түңәрәк өҫтәл” форматында үтте. “Түңәрәк өҫтәл”дә баш табип Илмир Фәтҡуллин, баш табип урынбаҫары Гөлсөм Тулыбаева, баш табип урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ринат Айытбаев, табип-рентгенолог Наил Ғәбитов, баш шәфҡәт туташы Гөлирә Йәнғәлина, профсоюз комитеты етәксеһе Рәмзиә Мөхәмәтйәнова ҡатнашты.
Шулай итеп, халыҡты иң борсоған һорауҙар:
- Гемодиализға машина бүленәсәкме?
И. Фәтҡуллин: Әлеге ваҡытта “Газель” автомобиле ремонттан сыҡҡан “Уаз”ға алыштырылды. 16 ғинуар көнө Өфөгә барып ҡайттым, ошо арала республика тиҙ медицина ярҙамы станцияһынан һәйбәт тороштағы машина бирелергә тейеш.
- Гемодиализға барыһын да өйҙәренән барып алып булмаймы?
И. Фәтҡуллин: Әгәр машина бөтәһен дә өйөнән барып йөрөтөп, кире алып барһа, көнөнә бер яҡҡа ғына 8 сәғәттән ашыу ваҡыт китер ине һәм гемодиализға өлгөрмәүҙәре мөмкин. Гемодиализ аҙнаһына 3 тапҡыр. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бойороғона ярашлы, Яңы Усмандан Фәнүзә Мәзитованы ғына өйөнән барып алабыҙ һәм кире илтеп ҡуябыҙ. Эш ваҡыты 9-ҙа башланыуға ҡарамаҫтан, уларҙы һуңлатмаҫ өсөн водителде иртәнге 7-се яртынан йөрөтәбеҙ. Беҙҙең бер водитель бер айҙа ғына бер йыллыҡ норманы эшләй, бының өсөн штрафтар алып торабыҙ.
Әлбиттә, машиналар бөтәһе лә һәйбәт торошта түгел, улар тиҙ туҙа. Белоретҡа ғына ҡайһы саҡ көнөнә 5-6 рейс яһала. Һуңғы арала ғына, йөрөтөргә яраҡлы булмау сәбәпле, 7 машина ҡулланыуҙан алынды.
- Бушлай дарыуҙар кемдәргә бүленә?
Н. Ғәбитов: Медик-социаль-эксперт комиссияһы инвалидлыҡ биргән һәм пациент социаль пакеттан баш тартмаған осраҡта ғына бушлай дарыуҙар бирелә.
- Ни өсөн Белорет ҡалаһында УЗДГ, ФГС кеүек хеҙмәттәрҙе бушлай үтеп булмай? Бөрйән менән килешеү төҙөлмәгән, тиҙәр.
И. Фәтҡуллин: Элек Белорет поликлиникаһы ҡайһылыр көндө Бөрйәндеке тип билдәләй ине, бушлай квоталар ҙа бирә торғайнылар, хәҙер ундай нәмә юҡ. Белорет районы халҡының да күп өлөшө был хеҙмәттәрҙе түләп үтә. Амбулатор тикшеренеүҙәргә беҙ килешеү төҙөй алмайбыҙ. Стационар осрағында иһә бушлай үткәрергә мөмкин булыр ине, тик нәҡ шул стационарҙа булған өсөн беҙҙең пациентты ситкә ебәрергә хоҡуғыбыҙ юҡ.
- Кабинеттарҙы (мәҫәлән, лаборатория, рентген, кардиолог, тиҙ ярҙам) бер-береһенә яҡын итеп урынлаштырып булмаймы? Пациенттарға уңайлы булыр ине.
И. Фәтҡуллин: дауахана проект буйынса төҙөлгән, беҙ унда бер нәмәне лә үҙгәртә алмайбыҙ. Һәр кабинет стандарттарға тап килерлек итеп эшләнгән.
Н. Ғәбитов: Беренсел ярҙам өсөн иң кәрәкле кабинеттар - тиҙ ярҙам, рентген, УЗИ, ЭКГ, травмотолог кабинеттары - бер урында урынлашҡан. Кардиолог ҡына был тирәлә түгел, сөнки ул терапевт та булып эшләй. Лабораторияға килгәндә, эш ваҡытында мөрәжәғәт иткәндәр генә унда бара, башҡа ваҡытта лаборанттар анализдарҙы пациенттарҙан үҙҙәре килеп ала.
- Ни өсөн ФАП-тар көн һайын эшләмәй?
Г. Тулыбаева: ФАП-тар көн һайын эшләй, фельдшерҙар үҙәк дауаханаға медикаменттар алырға һәм айына бер тапҡыр ғына, айҙың һуңғы кесаҙнаһында, уҡыу-методик кәңәшмәгә киләләр. Улар патронажға, ауыр хәлдәгеләргә өйҙәренә уколдар эшләргә, саҡырыуҙарға йөрөйҙәр. Әлбиттә, был ваҡытта ФАП-тар асыҡ була алмай. Шулай уҡ улар 5 йылға бер уҡып тора. Уларҙың отпускылары 45 көн, ялдары ваҡытында урындарына кеше табып булмау сәбәпле, халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн, 2-3 өлөшкә бүлеп бирәбеҙ. Башҡа райондарҙа эш ваҡыты тамамланһа, фельдшерҙарҙың эше лә тамамлана, ә беҙҙә улар тәүлек әйләнәһенә саҡырыуҙарға йөрөргә мәжбүрҙәр.
И. Фәтҡуллин: Министрлыҡта аптырайҙар, нисек һеҙҙә фельдшерҙар төндәрен дә эшләйҙәр, тип. Шуға аңлатабыҙ: беҙҙә район үҙәгенән ҡайһы бер ауылдарға барып еткәнсе юлға 2 сәғәт китергә мөмкин. “Тиҙ ярҙам” хеҙмәткәрҙәре барып еткәнсе фельдшер реанимацион саралар күрә, тәүге медицина ярҙамын күрһәтә тора. Әгәр ошолай эшләнмәһә, пациенттарға ваҡытында беренсе ярҙамды күрһәтә алмаясаҡбыҙ.
- Табиптар буйынса ла, кабинеттарында ултырмайҙар, сираттарҙа оҙаҡ көтөргә тура килә, тигән һорауҙарҙы күтәреүселәр бар.
Н. Ғәбитов: Терапевтарҙың, мәҫәлән, һәр береһенә бер-нисә ауыл һәм Иҫке Собханғолдоң айырым биләмәһе беркетелгән. Табип участкаһындағы ауылға китһә, район үҙәгендәгеләр йәки уға беркетелгән икенсе ауылдыҡылар килә лә, бына һеҙҙең табибығыҙ юҡ, тиҙәр. Ауылдарға бармаһалар, ауылдарға йөрөмәйҙәр, тип зарланалар.
Терапевҡа 1 кешене ҡабул итеү өсөн 12 минут ҡаралған. Ошо ваҡыт эсендә ул пациентты ҡарап, тыңлап, һорашып, яҙып, компьютерға индереп, рецепт яҙып сығарырға тейеш. 12 минут эсендә быларҙы өлгөрөү мөмкин түгел, шуға сиратта тороу ваҡыты ла арта. Етмәһә, ҡайһы берҙә программа асылмай. Пациенттар, ярай, шул килеш кенә ҡарағыҙ ҙа ҡуйығыҙ, ти ҙә ул, булмай шул, сөнки электрон больничныйҙар, электрон йүнәлеш, электрон рецепт яҙылырға тейеш.
Беҙҙә бер участка терапевына уртаса 1700 тирәһе кеше тура килә, ҡайһы берҙәрҙеке хатта 1800-1900-ҙән артып китә. Башҡа яҡтарҙа был һан күпкә әҙерәк. Беҙҙә әле һаман терапевтар комплектланып бөтмәгән. 2 фельдшер терапевт булараҡ халыҡты ҡабул итә, 2 терапевт декрет ялында.
- Тимәк, әле вакансиялар бар?
И. Фәтҡуллин: Эйе, әле 13 табип етмәй.
Н. Ғәбитов: Ни өсөндөр райондаштарҙың балалары медицина вуздарына инергә тырышмай, барһалар, тик квота менән генә баралар. Уҡығандарҙың күбеһе районға ҡайтмай, кемдәрҙер Бөрйәнгә кәрәкмәгән специальностәр һайлай (мәҫәлән, нейрохирург). Һуңғы килгән табиптар ҙа бөрйәндәр түгел.
И. Фәтҡуллин: Йәштәр медицина юлын һайлаһын, районға ҡайтһын ине, эшкә алабыҙ.
- Тоталар ҙа ауырыуҙарҙы Белоретҡа йә Өфөгә ебәрәләр, тигән репликалар ҙа осрай.
Н. Ғәбитов: Һаулыҡ һаҡлау системаһында маршрутизация тигән төшөнсә бар. Республикала 9 медицина округы булдырылған. Беҙ Белоретҡа ҡарайбыҙ. Бөрйән - 1-се, Белорет – 2-се, республика 3-сө кимәл булып тора. Йөрәк ауырыуҙарына, инсульт-инфаркттарға шик булһынмы, йөклөлөктөң айырым патологиялары, бешеүҙәр, туңыуҙар, травмаларҙың айырым төрҙәре, маршрутизация бойороғона ярашлы, юғарыраҡ кимәлгә ебәреүҙе талап итә. Юғарыраҡ квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелһен тигән маҡсатта пациенттарҙы беҙ Белоретҡа һәм Өфөгә ебәрәбеҙ. Был ҡалаларҙа тар йүнәлештәге белгестәр ҙә, тикшереүҙәр исемлеге лә, ҡорамалдар буйынса мөмкинлектәр ҙә күберәк.
- Халыҡта ошондай һорауҙар тыуһа, ҡайҙа мөрәжәғәт итһендәр?
- И. Фәтҡуллин: Әгәр кемдеңдер ялыуы була икән, беҙҙә ялыуҙарҙы ҡарау буйынса махсус комиссия бар, телдән йәки яҙып мөрәжәғәт итһендәр. Медицина ярҙамын сифатлы итеп күрһәтмәгән осраҡта тәүҙә комиссия тикшереүҙәр үткәрә, хеҙмәткәр менән әңгәмә һәм иң аҙаҡ дөйөм персонал өсөн уҡыуҙар ойоштора. Һорауҙар, етешһеҙлектәр булһа, дауаханаға килһендәр, шәхсән миңә йәки урынбаҫарҙарға мөрәжәғәт итһендәр, ауылдарҙа үтәсәк отчет йыйылштарында әйтһендәр, мәсьәләләрҙе хәл итербеҙ.
Р. Мөхәмәтйәнова: Һуңғы арала “табип-пациент” “һуғыш”ы башланды. Берәү ҙә күпме ғүмерҙәр һаҡланып ҡалған, күпме ярҙам күрһәтелгән, тип уйламай, һорауҙары буйынса дауаханаға килгәндә, мөрәжәғәт итмәй, ә интернетта яҙыуҙы хуп күрә. Медицина ярҙамын күрһәтеү буйынса беҙҙең дауахана түбән күрһәткестәрҙе бер нисә тапҡырға кәметкән, үлем осраҡтары кәмегән, тар йүнәлештәге белгестәр менән тәьмин ителгәнбеҙ. Башҡа райондарҙа, мәҫәлән, лор-табип юҡ, ә беҙҙә лор-табип хатта операциялар яһай.
Кешенең һаулығы медицина хеҙмәткәрҙәренән генә тормай икәнен дә иҫтән сығармаһындар ине: һаулыҡтарына битараф ҡарамаһындар, сир һуңғы стадияға еткәнсе табипҡа мөрәжәғәт итмәй йөрөмәһендәр ине. Юғиһә, кешене ҡотҡарыу мөмкинлеге лә ҡалмаған осраҡтар була.
- Яуаптарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!