ветеран-уҡытыусы, Байғаҙы ауылы:
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер эскелек, әҙәпһеҙлек, аҙғынлыҡ көслө. Ауылыбыҙҙа ла эскән ҡатын-ҡыҙҙар, иҫәптә торғандар күп. Ундай ғаиләләрҙе бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия вәкилдәре, полиция хеҙмәткәрҙәре килеп тикшереп тора.
Эскелек сәскә атмаһын өсөн, иң тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәрен тота белеүе мөһим. Ҡатын-ҡыҙ әҙәпле, тәртипле, итәғәтле булһа, эскелек тә кәмерәк буласаҡ. Бының өсөн ауылдарҙағы ҡатын-ҡыҙҙар советтарының ағинәйҙәр ҡорҙары менән берлектә әүҙем эшләүе, эскелек булған ғаиләләрҙә әңгәмәләр үткәреү кәрәк. Шулай уҡ эскелекте кәметеү өсөн аҫтыртын көмөшкә, араҡы һәм һыра һатҡан кешеләрҙе, йәшереп араҡы һатҡан магазиндарҙы тыйырға.
хеҙмәт ветераны, Кейекбай ауылы:
- Мин эшләгән ваҡыттарҙа араҡы-һыра йома көндө киске 5-тән һуң һәм шәмбе көнө генә һатыла ине. Хәҙер самаһыҙ күп һаталар. Шуға күрә элекке кеүек ваҡыт менән сикләргә тәҡдим итәм. Элек шулай уҡ милиция ла йыш йөрөштөрә торғайны. Әүәле бит йыйылыштар ҙа күп булды. Хәҙер йылына бер отчет йыйылышына йыйылабыҙ ҙа, шуның менән бөттө. Ана шул йыйылыштар күберәк булып, даими эсеп йөрөгәндәрҙе, боҙоҡлоҡтар ҡылғандарҙы тикшерһәләр, гәзит биттәрендә лә эскән ғаиләләр, эш боҙғандар тураһында яҙһалар, яҡшы булыр ине, минеңсә. Шулай уҡ, элекке кеүек, йәштәр менән эшләүсе ойошмалар ҙа булһа ине.
ветеран-уҡытыусы, Аҫҡар ауылы:
- 1973 йылда Аҫҡарға эшкә килгәнемдә эшһеҙлек юҡ, ырҙында игендәр уңа, хатта уҡытыусыларҙы ла төнгө сменаға ырҙынға эшкә сығаралар ине. Бөгөн эскелектең иң төп сәбәбе – эшһеҙлек: фермалар бөттө, иген сәселмәй, ауылдарҙа мәктәп, клуб, балалар баҡсаһы ла магазиндар ғына эшләй. Магазинда һыраларҙың ниндәй генә сортын һатмайҙар! Етмәһә, яҙҙырып бирәләр. Шул сәбәпле ирле-ҡатынлылар ҙа күпләп эсә. Хәҙер бит йәмәғәт ойошмалары юҡ тиерлек. Мин үҙем элек ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе , партком секретары булып эшләнем. Эскән кешеләрҙе саҡырып һөйләшкәндә тыңлай торғайнылар. Хәҙер ҙә йәмәғәт ойошмалары булдырып, әүҙемерәк эшләһәләр ине. Эскелек булмаһын өсөн көмөшкә һәм һыра һатыуҙы туҡтатырға кәрәк. Ғөмүмән, һуңғы арала кеше вайымһыҙға әйләнде: берәүҙе лә бер нәмә ҡыҙыҡһындырмай, йыйылыштарға йөрөмәйҙәр, мәҙәни сараларҙа ҡатнашмайҙар. Тура килгәндә, олораҡтар йыйылып, һүлпәнлекте нисек бөтөрөргә икән, тип һөйләшеп алабыҙ. Эскелек кәмеһен өсөн ана шул битарафлыҡтан ҡотолор кәрәк. Эш урындары ла булһа, эскелек ҡырҡа кәмер ине.
Мәһәҙей ауылы старостаһы:
- Иң беренсе сиратта магазиндарҙа спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы (ул магазиндарҙың лицензияһы юҡ) туҡтатырға кәрәк. Юғиһә бит беҙҙең ауылда магазиндар мәктәп баҡсаһына терәлеп тигәндәй урынлашҡан (50 метр булмайҙыр).
Тағы: ауылдағы пенсионерҙар көмөшкә ҡыуып һатыуҙы туҡтатһа, ауылда эскелек бермә-бер кәмер ине.
Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов,
- Аллаһтан ҡурҡмаған кешене закон, штрафтар менән генә ҡурҡытып булмай. Кеше үҙенең аң-аҡылы менән Аллаһты танып, иманға килмәһә, хәрәм-хәләлде айырырға өйрәнмәһә, уға “һин эсмә” тип нотоҡ уҡыуҙан фәтеүә юҡ. Эскелеккә ҡаршы кеше тыумаҫ борон уҡ көрәшә башларға кәрәк: балаһының һаулығын, иманын уйлаған буласаҡ атай-әсәй эскегә яҡын да килмәһен. Бала тыуғас, динебеҙ хаҡында фәһемле мәғлүмәт биреп, Аллаһтың тыйғандарын, бойорғандарын аңлатып, үҙең балаңа тере өлгө булыпуның тәнен, йәнен ошо яман сирҙән һаҡлау сараһын күрер кәрәк.
Балаларға кескенәнән хәмер эсеүҙең зарарлы икәнен генә аңлатыу етмәй, хәмер эсеү Аллаһты асыуландыра торған ғәмәл, ҙур гонаһ, бәхетһеҙлеккә илтә торған яман юл,тип аңлатыу шарт.
Шәриғәт закондары хөкөм һөргән илдәрҙә эскеселәрҙе бикләп тотоу, ошо гонаһты ҡылғандарға күмәк кеше алдында 80-шәр мәртәбә ҡамсы һуҡтырыу ҡаралған. Беҙ иһә хоҡуҡи дәүләттә йәшәйбеҙ – былай итеп булмай, шуға күрә аңлатыу эштәрен алып барыу, кешегә иманға килергә ярҙам итеү кәрәк.
Алкоголизм – сир, сирҙе дауаламаһаң, бөтмәй. Эскеселәр ҙә беҙҙең туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ, милләттәшебеҙ бит – уларҙы ошо сире менән япа-яңғыҙын ҡалдырыу ярамай. Иң мөһиме – иман, иманға килгән кеше был гонаһлы аҙымға үҙе үк бармаясаҡ.