Мораҙым ауылында ла йылы, заманса уңайлыҡтары булған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Унда Өфө ҡалаһының “МК Групп” етештереү ЯСЙ-һы бригадаһы белгестәре үҙҙәрендә эшләнгән һәм әҙерләп килтергән бинаны ҡороу менән мәшғүл.
Заманса модулле ФАП-тың төҙөлөүе тотош ауыл халҡы өсөн шатлыҡлы ваҡиға. Шулай ҙа быға иң ныҡ ҡыуанғаны бер көнгә лә төҙөлөш барған урынды күҙ уңынан ысҡындырмаған ауыл фельдшеры Бикә Тулыбаевалыр, моғайын. Эш барышы менән танышып та өлгөрмәнек, Бикә апайыбыҙ үҙе лә тып итеп килеп етте. Өйҙәренә барып сирлеләрҙе ҡарап килгән фельдшер эшселәрҙән былайыраҡ төҙөлөш эштәре менән таныштыра ла башланы: берсә эшселәрҙе маҡтаһа, берсә модулле бинаның ауыл халҡы өсөн ни тиклем уңай һәм кәрәкле икәнен шатланып һөйләне.
– Декабрь аҙаҡтарында ҙур йөк машинаһынан эшселәрҙең ҡоролмалар бушатып йөрөгәнен генә күреп ҡалғайныҡ, икенсе көн иртән эшкә килеүемә әкиәттәге кеүек стеналар үҫеп сыҡҡан, ҡыйығы ла ябылған ине. Ауыл халҡын хайран ҡалдырҙы төҙөүселәр. Дүрт төҙөүсе генә эшләһә лә, эштәре ырамлы, тиҙ барҙы, биш көн эсендә тышҡы эштәрҙе тамамлай һалып, Яңы йыл байрамдарына ҡайтып та киттеләр. Ауыл халҡы менән һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Заманса уңайлыҡтары булған, иң мөһиме, йылы бинала рәхәтләнеп эшләргә яҙһын. Күпме яҡһаң да йылынмаған бинанан бындай модулле ФАП-ҡа күсеүе үҙе бәхет инде, - ти ауыл фельдшеры.
- Беҙҙең компания ошондай модулле биналар етештереү менән шөғөлләнә, - ти бригада мастеры Рәлиф Афзалов. - Каркас йыйыуҙан алып монтажлауға тиклемге эштәрҙе үҙебеҙ башҡарабыҙ. Дөйөм майҙаны 60 кв.метр тәшкил иткән бинаны алдан цехта йыйып килтерҙек. Бында беҙгә конструкцияны сифатлы итеп ҡорорға һәм урынлаштырырға ғына ҡалды. Эстә эшләйһе эштәр күп түгел, 5 көн эсендә тамамларға ниәтләйбеҙ.
Әйткәндәй, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ФАП-тарҙың 72 проценты авария хәлендә. Шуға күрә лә модулле ФАП-тар төҙөү мәсьәләһе өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. 2018 йылда республиканың 41 ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлгән. Ауылда медицина ярҙамына эйә булыу мөмкинлеген арттырыу маҡсатында модулле ФАП-тар асыу эше киләсәктә лә дауам итәсәк.