Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
28 Ноябрь 2018, 18:53

Ҡыпсаҡта – заманса ФАП

Әбделмәмбәт ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Санкт-Петербург ҡалаһынан “Диаком” компанияһы әҙерләп килтергән был бинаны бер-нисә көн эсендә ҡороп та бөтәсәктәр.

Әбделмәмбәт ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Санкт-Петербург ҡалаһынан “Диаком” компанияһы әҙерләп килтергән был бинаны бер-нисә көн эсендә ҡороп та бөтәсәктәр.

- Металл конструк-цияларҙан һәм заманса йылытыу материалдарынан эшләнгән модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты тиҙ арала ҡоролоуы, шулай уҡ кафель иҙәндәренең, электр һәм йылытыу ҡорамалдарының, санузелының булыуы яғынан да уңайлы. Мөмкинлектәр булһа, киләсәктә Әбделмәмбәткә тағы бер фельдшер йәки акушерка алырға ниәтләйбеҙ. Ошондай уҡ ФАП Мораҙымда ла ҡуйыласаҡ, - ти район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илмир Фәтҡуллин.

М. Мырҙағолова.
З. Боҫҡонов фотоһы.

Читайте нас: