Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
11 Ғинуар 2018, 16:46

Диспансеризация - 2018: кемдәр бушлай комплекслы тикшереү үтә ала?

2018 йылда 1928, 1931, 1934, 1937, 1940, 1943, 1946, 1949, 1952, 1955, 1958, 1961, 1964, 1967, 1970, 1973, 1976, 1979, 1982, 1985, 1988, 1991, 1997 йылдарҙа тыуған Рәсәй граждандары диспансеризация үтә ала.

2018 йылда 1928, 1931, 1934, 1937, 1940, 1943, 1946, 1949, 1952, 1955, 1958, 1961, 1964, 1967, 1970, 1973, 1976, 1979, 1982, 1985, 1988, 1991, 1997 йылдарҙа тыуған Рәсәй граждандары диспансеризация үтә ала.
Бушлай комплекслы медицина тикшереүе 18 йәштән өлкән граждандар өсөн ойошторола. Кешенең эшләү-эшләмәүе (уҡыуы) мөһим түгел. Әлеге хеҙмәттең маҡсаты — сирҙәрҙе йәки ил халҡының инвалидлығына һәм ваҡытынан алда вафат булыуына килтергән хәүеф факторҙарын иртә стадияларҙа асыҡлау.
Өс йылға бер тапҡыр үткәрелгән диспансеризацияны прописка урыны буйынса поликлиникала үтергә мөмкин. Бының өсөн паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкаһы полисы кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн поликлиника регистратураһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Диспансеризация ике этапта уҙғарыла. Тәүгеһе — тикшереү, уның күләме йәшкә ҡарап билдәләнә, унан һуң участка терапевы беренсе этапҡа йомғаҡ яһай. Әгәр уның һөҙөмтәләре шик тыуҙырһа, табип тикшереү үткән кешене диспансеризацияның икенсе этабына йүнәлтмә бирә.
Атап әйткәндә, пациентҡа өҫтәмә тикшереү үтергә кәрәк — йәшкә һәм енескә ҡарап, белгестәр, лаборатор һәм диагностика процедуралары исемлеге билдәләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1101323-dispanserizatsiya-2018-kto-mozhet-proyti-besplatnoe-kompleksnoe-obsledovanie/
Читайте нас: