Күпселек хеҙмәттәрҙе һалым түләүсенең Шәхси кабинетында йәки Күп функциялы үҙәк офистарында алырға була.
Шәхси кабинетта түбәндәге хеҙмәт төрҙәрен алырға мөмкин: һалым түләүгә белдереү ҡағыҙы алырға һәм һалымды онлайн түләргә, ИНН алырға, иҫәптәр тураһында белешмә алырға, 3-НДФЛ декларацияһын тултырырға, бурыстың булмауы тураһында белешмә алырға, льготаларға ғариза бирергә була һәм башҡа хеҙмәттәр бар.
Мөһим! Шәхси кабинетта ҡайһы бер хеҙмәттәрҙе алыу өсөн электрон документтар әйләнешен рәсмиләштерергә кәрәк. Бының өсөн «Профиль»/ «Настройка профиля» бүлегенә инеп, «Уведомления» тигәненә баҫырға һәм «Документтарҙы ҡағыҙ формаһында алыуҙан баш тартыу» тураһында ғариза ебәрергә кәрәк.
Бынан тыш, бөгөнгө көндә Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтында дәүләт хеҙмәттәрен дистанцион форматта алырға мөмкинлек биргән 70-тән ашыу интернет-сервис эшләй. Юридик шәхестәр һәм шәхси эшҡыуарҙар һалым хеҙмәте хеҙмәттәрен алыу өсөн «Юридик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» һәм «Шәхси эшҡыуар өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» менән файҙалана ала.
Электрон ҡултамға асҡысы булғанда һалым буйынса отчетты телекоммуникацион каналдар буйынса электрон документ әйләнеше операторҙары аша электрон вариантта тапшырырға мөмкин.
Күп функциялы үҙәктә күрһәтелгән һалым органдары дәүләт хеҙмәттәренең тулы исемлеге «Минең документтарым» рәсми сайтында «Хеҙмәтләндереүҙәр» бүлегендә урынлаштырылған. Күрһәтелгән хеҙмәттәр иҫәбенә ИНН алыу, һалым буйынса бурысты түләүгә квитанция алыу, һалым түләүгә һалым белдереүен алыу, мөлкәт һалымдары буйынса льготаға ғаризалар биреү, һалым түләүсенең Шәхси кабинетын теркәү картаһын алыуға ғариза ебәреү инә.
Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 30-сы район-ара инспекцияһы.