Бөтә яңылыҡтар
Һалым
10 Октябрь 2023, 10:00

Милек һалымдарын түләгән осорҙа мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ

Билдәһеҙ кешеләр Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте исеменән һалым бурысын түләү талабы менән хәбәр ебәрә. 

Милек һалымдарын түләгән осорҙа мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ
Милек һалымдарын түләгән осорҙа мутлашыусыларҙан һаҡ булығыҙ

 Бурысты инспекцияға шәхсән килеп йәки һылтанма буйынса үтеп түләргә һәм ошо белдереү ҡағыҙын ебәргән инспекторға түләү тураһындағы чек күсермәһен ебәрергә тәҡдим итәләр.

Мутлашыусылар был бурыстың 2021 йылғы булыуын билдәләй, шуға күрә, ул Дәүләт хеҙмәттәрендә һәм түләүсенең шәхси кабинетында сағылыш тапмай, тип аңлата. Аферистар, пассив килем ойошторорға саҡырып һәм был функцияға һалым түләүсенең шәхси кабинетынан тоташыу мөмкинлеге биреп, хатты электрон почтаға ебәрә. Шул уҡ ваҡытта, үҙҙәренең сайттарына күсеү өсөн һылтанмалар күрһәтә. Ышандырыр өсөн хатҡа инспекция реквизиттарын беркетәләр.

 Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте бындай хаттар ебәрмәй һәм был хаттарға уларҙың ҡағылышы юҡ. Иҫәпләп сығарылған һалымдар тураһында белдереү шәхси кабинетҡа йәки почта аша килә. Унда тик белдереү ҡағыҙы һәм, документты сервиста ҡарарға мөмкин, тигән хәбәр генә бар. Һалым түләүселәрҙең электрон адресына һалым органдары өҫтәмә рәүештә бер нәмә лә ебәрмәй.

Бурысты тикшереү өсөн «Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә» мөрәжәғәт итергә йәки һалым инспекцияһына шәхсән барырға кәрәк.

Тулыраҡ мәғлүмәт - Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сәхифәһендә

 

 

Автор:
Читайте нас: