Бөтә яңылыҡтар
Һалым
12 Ноябрь 2022, 12:00

Транспорт һалымы

Транспорт һалымы бу-йынса иң актуаль булып һаналған һорауҙарға Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса белгестәре яуап бирә.

Транспорт һалымы
Транспорт һалымы

Әлеге ваҡытта Башҡортос-тан Республикаһында граж-дандарға 2021 йыл өсөн мөлкәт һалымдарын түләү буйынса һалым иҫкәртмәләре ебәреү тамамланыу өҫтөндә. Күптәр һалым иҫкәртмәләрен алып, мөлкәт һалымдарын түләп тә йөрөй инде.


Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер граждандарҙың һалым иҫкәртмәһендә күрһәтелгән мәғлүмәттәр буйынса һорауҙары ла килеп тыуа. Транспорт һалымы бу-йынса иң актуаль булып һаналған һорауҙарға Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса белгестәре яуап бирә.


-2021 йылдың яҙында һатыу-һатып алыу килешеүе нигеҙендә автомобилемде һатып ебәрҙем. Ә һалым иҫкәртмәһендә тулы йылға транспорт һалымы иҫәпләнгән. Был дөрөҫмө?
-Шуны иҫәпкә алырға кәрәк – милек хоҡуғы икенсе кешегә күсеү менән бәйле теркәү мәғлүмәттәрен үҙгәртеү автомобилдең яңы милексеһенең (хужаһының) автомобилде һатып алғандан һуң 10 тәүлек эсендә биргән ғаризаһы нигеҙендә ЮХХДИ органдары тарафынан башҡарыла.


Яңы хужа автомобилен те-йешле тәртиптә теркәмәгән хәлдә элекке хужаһына транспорт сараһын теркәүҙе туҡтатыу тураһында ғариза менән ЮХХДИ-ға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Бындай ғариза сделканы эшләгәндән һуң 10 көн үткәндән һуң ғына бирелә. Ғаризаға сделканы раҫлаусы документты ла ҡушып тапшырырға кәрәк.Бары тик шунан һуң ғына һалым органдарына ЮХХДИ-нан транспорт сараһының элекке хужаһынан иҫәптән төшөрөлөүе тураһында мәғлүмәттәр бара һәм һалым органы уға һалым иҫәпләүҙе туҡтата.Артыҡ һалымдарҙы түләүҙе булдырмаҫ өсөн үҙегеҙҙең шәхси һалым түләү кабинеты сервисы аша һеҙҙең милекселектә торған объекттар тураһындағы мәғлүмәттәрҙә тикшереү яҡшы буласаҡ.Үҙегеҙ теләгән һалым органына йәки күп функциялы үҙәккә (МФЦ) мөрәжәғәт итеп, Шәхси кабинетта теркәлергә мөмкин. Шулай уҡ Шәхси кабинетҡа Дәүләт хеҙмәттәре порталы пароле менән дә инергә мөмкин.


-Транспорт сараһы файҙаланылмаһа, транспорт һалымы түләргә кәрәкме?


-Һалым ҡануниәте транспорт һалымы объекты барлыҡҡа килеүҙе ЮХХДИ тарафынан транспорт сараһы тәғәйен кешегә теркәлеү факты менән бәйләй.
Транспорт һалымы был мөлкәтте файҙаланыу-файҙаланмауға ҡарамаҫтан түләнергә тейеш мөлкәт һалымдары системаһына инә.
Рәсәй Федерацияһы Һалым кодесына ярашлы, транспорт һалымын туҡтатыу түбәндәге осраҡтарҙа ғына ҡаралған: уны теркәү органдарында граждандың иҫәбенән төшөргән осраҡта; һалым льготаһы хоҡуғы барлыҡҡа килгән осраҡта; транспорт средствоһы ҡыуып алып кителгән (урланған) йәки юҡҡа сыҡҡан (в случае гибели транспортного средства) осраҡта. Шуға ярашлы, әгәр физик шәхескә теркәлгән икән, транспорт средствоһы файҙаланылмаһа ла, транспорт һалымы түләнергә те-йеш.
-2021 йылда мин хаҡы 3,6 миллион һум торған автомобиль һатып алдым. Быйыл миңә өҫтәмә 1.1. коэффициенты менән иҫәпләнгән транспорт һалымы тураһында иҫкәртмә килде. Аңлатығыҙ – ни өсөн улай? Мин хаҡы 10 миллион һумдан артыҡ автомобилдәр өсөн генә күтәрелгән транспорт һалымы була тип иҫәпләйем.
-Ысынлап та, 2022 йылда РФ Һалым кодексына үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, транспорт һалымын иҫәпләгәндә күтәреүсе коэффициент (повышающий коэффициент) хаҡтары 10 миллион һумдан артҡан транспорт средстволарына ҡарата ғына ҡулланыласаҡ. Яңы тәртип 2023 йылда 2022 йылдың һалым осоро өсөн транспорт һалымы иҫәпләгән ваҡытта ғәмәлгә инәсәк.
Ә быйыл, 2022 йылда, һалым органдары тарафынан 2021 йыл өсөн мөлкәт һалымдарын түләү буйынса иҫкәртмәләр йүнәлтелә.
РФ Һалым кодексының был үҙгәрештәре 2021 йылға ҡағылмай. Шуға күрә Рәсәй Минпромторгы Исемлегенә индерелгән уртаса хаҡтары 3 миллион һумдан 5 миллион һумға тиклемге транспорт сараларына транспорт һалымын иҫәпләгәндә 1.1. коэффициенты ҡулланыла.
-Ни өсөн минең һалым тураһында иҫкәртмәмдә ике йыл элек юл-транспорт ваҡиғаһында (ДТП) янып юҡҡа сыҡҡан машина өсөн һалым күрһәтелгән?
-Һалым органдары тарафынан транспорт һалымын иҫәпләү ЮХХДИ органдары тарафынан бирелгән транспорт средстволарын теркәү һәм теркәүҙән төшөрөү тураһындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә башҡарыла.
Был осраҡта, РФ Һалым кодексының 362-се статьяһының 3.1 параграфына ярашлы, юҡҡа сығыуы йәки юҡҡа сығарылыуы менән бәйле үҙенең ғәмәлдә булыуын туҡтатҡан һалым һалыу объектына ҡарата һалым уны түләүсенең һалым органына яҙған ғаризаһы нигеҙендә туҡтатыла.
Ғаризала һалымды туҡтатыуҙың нигеҙҙәре күрһәтелгән булырға тейеш: һалым түләүҙе туҡтатыу өсөн нигеҙ булған документтың исеме һәм реквизиттары (транспорт средствоһының юҡҡа сығарылыуын раҫлаусы үтилләштереү тураһында танытма (акт), дәүләт янғын күҙәтеүе органы справкаһы, суд ҡарары һ.б.).
Ғаризаны физик берәмектәр өсөн һалым түләүселәрҙең Шәхси кабинеты аша ебәрергә, шулай уҡ үҙегеҙ теләгән һалым органына йәки күп функциялы үҙәк (МФЦ) офисына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

-Инвалидтарға транспорт һалымы буйынса льгота ҡаралғанмы?
-Башҡортостан Республикаһының “Транспорт һалымы тураһында” законына ярашлы, түбәндәге категорияларға инеүселәр һалымдан азат ителәләр:
-бөтә категориялар инвалидтары-мотоциклдар, мотороллерҙар һәм двигателенең ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге еңел автомобилдәр, шулай уҡ ҡулланыу срогына 10 йылдан ашыу ваҡыт үткән, двигателенең ҡеүәте 250 ат көсөнә тиклем булған йөк автомобилдәре, пневматик һәм сылбырлы башҡа төр үҙйөрөшлө транспорт саралары, машина һәм механизмдар буйынса – уларҙың сығарылыуына 10 йылдан ашыу ваҡыт үткән хәлдә (әгәр гражданиндың ике йәки бер нисә ошондай транспорты бар икән – үҙенең һайлауы буйынса һәр типтан бер транспорт средствоһына һалымдан азат ителә);
-инвалид баланың атаһы менән әсәһенең береһе (уллыҡҡа алыусы) йәки опекуны – двигателенең ҡеүәте 125 ат көсөнә тиклем булған еңел автомобилдәр буйынса (ике йәки бер нисә транспорт средствоһы булһа – һайлау буйынса бер транспорт средствоһы өсөн).
Мөлкәт һалымдары бу-йынса тулыраҡ мәғлүмәттәр Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Справочная информация о ставках и льготах по имущественным налогам” тигән интернет-сервисында www.nalog.gov.ru сайтында урынлаштырылған.

-Хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары өсөн транспорт һалымы буйынса ниндәй льготалар ҡаралған?
Мотоциклдар, мотороллерҙар һәм двигателенең ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге еңел автомобилдәр, шулай уҡ ҡулланыу срогына 10 йылдан ашыу ваҡыт үткән, двигателенең ҡеүәте 250 ат көсөнә тиклем булған йөк автомобилдәре, пневматик һәм сылбырлы башҡа төр үҙйөрөшлө транспорт саралары, машина һәм механизмдар буйынса – уларҙың сығарылыуына 10 йылдан ашыу ваҡыт үткән хәлдә, транспорт һалымынан азат ителәләр:
-хәрби хеҙмәт ветерандары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, СССР биләмәһендәге, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендәге һәм башҡа дәүләттәр биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары.
Шуны билдәләргә кәрәк, 2022 йылдың 24 февраленән алып Украина, Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәләрендәге махсус операциялар барышында бурыс үтәүҙе тәьмин итергә йүнәлеүселәр һәм йүнәлтелгәндә билдәләнгән срокты үтәүселәр йәки ғәфү итерлек сәбәптәр менән кире ҡайтарылғандар хәрби хәрәкәттәр ветерандарына инә.

-Минең исемемдә машина һәм фатир бар. Льготаларға эйә түгелмен. Әгәр мин әлегә тиклем алмаған булһам, һалым иҫкәртмәһен ҡайҙан ала алам?
-Һалым иҫкәртмәһен шәхесте билдәләгән документ менән Башҡортостан Республикаһындағы үҙегеҙ теләгән һалым органында, күп функциялы үҙәктә алырға була.
Шулай уҡ һалым түләүсенең Шәхси кабинеты менән файҙаланыусылар онлайн режимда һалым иҫкәртмәһен алыу мөмкинлегенә эйә.

-Транспорт һалымын 1 декабргә тиклем түләмәһәң, нимә була?
-Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мөлкәт һалымдарын түләүҙе һуҙмаҫҡа саҡыра. Һалым түләү бу-йынса бурыстарын үтәмәгән кешеләргә ҡарата саралар комплексы ҡабул ителәсәк.
1. Иң тәүге нәүбәттә пенялар иҫәпләнә башлаясаҡ. Пенялар бурыстың түләнмәгән һәр календарь көнө өсөн РФ Үҙәк банкының рефинанслау ставкаһының 1/33 күләмендә иҫәпләнә.
2. Артабан һалым органдарының ғаризаһын мировой судъялар ҡарап, суд бойороҡтары сығара. Был бурыс күләмен дәүләт пошлинаһы күләменә арттыра.
3. Суд бойороғо суд приставтары хеҙмәтенә йүнәлтелгәндән һуң, башҡарма производство ҡуҙғатыла. Әгәр башҡарма производство тураһында ҡарарҙа күрһәтелгән срокта бурыс түләнмәһә, бурыслы өҫтәп тағы башҡарма йыйымды түләй.
4. Суд приставтары тарафынан башҡарма производство барышында һалым бурысын юллауҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар ҡулланыла. Тәғәйен алғанда, мөлкәткә ҡарата – һеҙ үҙегеҙҙең автомобилегеҙҙе йәки күсемһеҙ милкегеҙҙе һата, үҙегеҙҙең аҡса средстволарығыҙ менән эш итә алмаясаҡһығыҙ.
5. Бынан тыш, приставтар артабан һатып, бурысығыҙҙы түләр өсөн һеҙҙең ниндәйҙер мөлкәтегеҙгә арест һала ала. Был, бурысығыҙҙың суммаһына ҡарап, кеҫә телефоны, ҡиммәтле автомобилегеҙ булырға мөмкин.
6. Рәсәй Федерацияһы-нан ситкә сығырға йыйыныусыларға шуны иҫтә тоторға кәрәк - билдәле бер шарттарҙа һәм бурыслының бирәсәк күләменә ҡарап илдән ситкә сығыу ҙа сикләнеүе ихтимал.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: